5 Упҡын уларҙың һәммәһен йотто; Тәрәнлеккә таш һымаҡ киттеләр!
Улар Алланың һүҙенә ҡаршы килде, Юғарыларҙан Юғарының ихтыярын һанға һуҡманы.
Урынына ҡайтҡан һыуҙар Исраил халҡын диңгеҙ төбөнән баҫтырып барған фирғәүен ғәскәрен – яу арбаларын да, һыбайлыларын да тотош йотто. Уларҙың береһе лә иҫән ҡалманы.
Һулышыңды өрҙөң – диңгеҙ уларҙы ҡапланы: Ҡурғаш һымаҡ, тәрән һыуҙарҙа баттылар.
Ҡалтыранһындар, ҡоттары осһон, Һинең халҡың үтеп киткәнсе, йә Раббы, Үҙеңә алған халҡың уҙғансы Ҡөҙрәтеңдән Һинең улар таштай ҡатһын.
Даръялар юҡ саҡта, сығанаҡтар ҙа булмағанда барлыҡҡа килдем.
Инде һине диңгеҙ тәрәнлеге емергәс, Тауарҙарың һәм һиндәге кешеләрең Үҙең менән бергә һыу төбөнә китте.
Ул балыҡ ҡарынынан Раббыға, үҙ Аллаһына, ялбарҙы:
Ғәйре беҙгә йәнә миһырбанлы булырһың, Ғәйептәрҙе беҙҙең юйып ташларһың, гонаһтарҙы диңгеҙ упҡнына ырғытырһың.