Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 15:2 - Башкирский ВЗ (неполный)

2 Раббы минең көс-ҡеүәтем, ҡотолоу әмәлем, сарам! Ул – Аллам, мин дан йырлайым Уға, Ата-бабамдың Аллаһы, ҙурлайым Уны!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Раббы минең көс-ҡеүәтем, ҡотолоу әмәлем, сарам! Ул – Аллам, мин дан йырлайым Уға, Ата-бабамдың Аллаһы, ҙурлайым Уны!

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 15:2
64 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын.


Йә, Раббы! Ҡотҡарыуыңа өмөтләнәм.


Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы минең хакимыма әйтте: «Мин дошмандарыңды баҫҡыс итеп Аяҡ аҫтыңа һалғанға тиклем Уң яғымда ултыр».


Күрһәтмәләрең буйынса йәшәгәнемә һөйөнәм, Хазина тапҡандай булам.


Ҡарғалған тәкәбберҙәрҙе Бойороҡтарыңдан тайпылған Ләғнәтле баҫалҡыландырҙың.


Хәсрәттән өҙөлә эс-бауырым, Вәғәҙәңә күрә, мине нығыт!


Һабан һөрөп ватҡылаған тупраҡ һымаҡ Һөйәктәребеҙ үлеләр донъяһының ауыҙына ҡойолор.


Раббыны данлағыҙ! Эй күңелем, маҡтау йырла Раббыға!


Ул ҡабаттан мине хәлләндерер, Исеме хаҡына дөрөҫ-хаҡ юлдан етәкләр.


Дауыттың мәҙхиәһе. Һиңә, Раббы, ялбарып өндәшәм, Ҡаям минең, өнһөҙ ҡала күрмә. Әгәр яуап ҡайтармаһаң, Ҡәбергә төшкәндәргә оҡшап ҡалырмын.


Сүллекте тетрәтә Раббының ауазы, Ҡадеш сүлен дер һелкетә Раббы.


Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.


Тот һөңгөңдө, баҫтырыусыларҙың ҡый юлын; Әйт йәнемә: «Ҡотҡарыусың Мин һинең!»


Күр, ахмаҡтарса үҙенә ышанғандар яҙмышы Һәм уларҙың һүҙҙәрен хуплағандарҙың тәҡдире шул. Села


Мине нисек хурлауҙарын, Мыҫҡыллаған, мәсхәрә иткәндәрен беләһең; Дошмандарымдың һәммәһе күҙ алдыңда.


Раббы игелекле, Уның тоғро мөхәббәте – мәңгелек, Тоғролоғо – быуындан-быуынға күсә.


Әммә Муса халыҡҡа: – Ҡурҡмағыҙ! – тине. – Тик кенә тороғоҙ, бөгөн Раббының һеҙҙе нисек ҡотҡарғанын күрерһегеҙ. Әле күргән мысырҙарҙы башҡаса мәңге күрмәҫһегеҙ!


– Мин – атаңдың Аллаһы, Ибраһимдың Аллаһы, Исхаҡтың Аллаһы һәм Яҡуптың Аллаһымын, – тине. Муса, Аллаға ҡарарға ҡурҡып, битен ҡапланы.


Шул сағында фирғәүенгә әйтерһең: «Раббы былай ти: Исраил – Минең улым, Минең баш балам.


Шул саҡ Осрашыу сатырын болот ҡапланы һәм Изге торлаҡ Раббы шөһрәтенең балҡышы менән тулды.


Һеҙ – Минең халҡым, ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын. Шул ваҡытта белерһегеҙ: һеҙҙе Мысыр иҙеүенән ҡотҡарған Мин Аллағыҙ Раббымын.


Алла – Ҡотҡарыусым минең, Уға өмөт бағлайым һәм ҡурҡмайым; Сөнки Раббы Аллабыҙ – ҡеүәтем, йырым, Ул минең ҡотҡарыусым!»


Йә Раббы! Һин – Аллам минең! Һине ҙурлайым, исемеңде данлайым, Сөнки Һин әүәлдән ниәтләгән ғәжәп эштәреңде Ифрат тоғролок менән ғәмәлгә ашырҙың.


Ә Исраилды Раббы ҡотҡарыр. Был ҡотолоу мәңгелеккә булыр. Быуаттар буйы Исраил хур булмаҫ, оятҡа ҡалмаҫ.


Инде Ул былай ти: «Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу, Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн Ҡолом булыуың ғына етмәгән, Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен».


Раббы былай ти: «Күк – тәхетем Минең, Ә ер – аяҡтарым аҫтындағы баҫҡыс. Һеҙ Миңә ниндәй йорт һалып бирә алаһығыҙ? Ҡайһы урында Мин тынғылыҡ табырмын?


Ысынлап та, ҡалҡыулыҡтарҙа – ялған, Тауҙарҙа тик йыйын шауы. Ысынлап та, Исраилдың ҡотолоуы Беҙҙең Аллабыҙ Раббынан.


Мин ул көндәрҙән һуң Исраил халҡы менән төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – тип белдерә Раббы, – ҡанунымды уларҙың зиһендәренә һалырмын, йөрәктәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, улар Минең халҡым булыр.


Улар Минең халҡым булыр, ә Мин уларҙың Аллаһы булырмын.


Һин Үҙ халҡыңды ҡотҡарыр өсөн, Мәсихеңде йолоп алыр өсөн сыҡтың. Яуыз нәҫелдең башлығын иҙҙең, Түбәһенән аяҡ тырнағынаса тунаның. Села


Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, «Улар – Минең халҡым», – тиермен. Улар иһә: «Раббы – минең Аллам!» – тип әйтер.


Ул – һинең даның, үҙ күҙҙәрең менән күргән бөйөк һәм дәһшәтле эштәрҙе һеҙҙең өсөн эшләгән Аллаң.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ