Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 14:8 - Башкирский ВЗ (неполный)

8 Раббы Мысыр батшаһы фирғәүендең тиҫкәрелеген ҡуҙғатты ла теге Исраил халҡын ҡыуа сыҡты. Исраил халҡы иһә бер нимәнән дә ҡурҡмай атлауын белде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Раббы Мысыр батшаһы фирғәүендең тиҫкәрелеген ҡуҙғатты ла теге Исраил халҡын ҡыуа сыҡты. Исраил халҡы иһә бер нәмәнән дә ҡурҡмай атлауын белде.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 14:8
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы уларҙы бик күп ҡотҡарҙы, Әммә улар һаман башбаштаҡлыҡ күрһәттеләр, Енәйәттәре арҡаһында түбәнһетелделәр.


Ләкин Раббы фирғәүендең күңелен ҡатырҙы. Шуға күрә фирғәүен исраилдарға китергә рөхсәт итмәҫкә булды.


Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын, сөнки Раббы ҡөҙрәтле ҡулы менән беҙҙе Мысырҙан сығарҙы.


Шуға ла уларҙы урау юлдан, сүл буйлап, Ҡамышлы диңгеҙ тарафына әйҙәне. Исраил халҡы Мысырҙан сыҡҡанда һуғышҡа әҙер булып барҙы.


Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын – Раббы ҡануны телеңдән төшмәһен. Сөнки Раббы һине ҡөҙрәтле ҡулы менән Мысырҙан алып сыҡты.


Мин иһә мысырҙарҙың күңелен ҡатырырмын, кирелектәренә барып, һеҙҙе баҫтырырҙар. Шул сағында Мин фирғәүендән һәм уның бөтә ғәскәрен, яу арбаларын һәм һыбайлыларын еңеп шөһрәтемде күрһәтермен.


Мин фирғәүенде тағы тиҫкәреләндерермен дә ул артығыҙҙан ҡыуа сығыр. Ул сағында Мин фирғәүенде һәм уның бөтә ғәскәрен еңеп шөһрәтемде күрһәтермен! Бөтә мысырҙар Минең Раббы икәнемде белер!» Исраилдар шулай эшләне.


Ул Мысырҙағы бөтә яу арбаларын да үҙе менән алды. Уларҙың алты йөҙө үҙенең иң шәп яу арбалары булып, һәр береһендә уларҙың башлығы ла ултыра ине.


„Ҡыуып етәм, – тип уйланы дошман, – Теләгәнемде табышҡа алам! Ҡынымдағы ҡылысымды һурып, Һәммәһенең башына етәм, ҡырам!“


– Мысырға әйләнеп ҡайтҡас Минең ҡөҙрәтем менән тыуҙырылған был мөғжизәләрҙең бөтәһен дә фирғәүен алдында күрһәт. Ләкин Мин уның йөрәгенә тиҫкәрелек һалырмын һәм ул халыҡҡа китергә рөхсәт итмәҫ, – тине Раббы Мусаға. –


Раббы Мусаға: – Һин Минең фирғәүенде нимә эшләткәнемде күрерһең. Ҡулымдың ҡатылығы арҡаһында ул Исраил халҡын ебәрәсәк. Ҡулымдың ҡатылығы арҡаһында уларҙы үҙ еренән ҡыуасаҡ ул.


Әммә Раббы фирғәүенде һаман ҡарыштырҙы һәм фирғәүен уларҙы тыңламаны. Барыһы ла Раббы Мусаға әйткәнсә булды.


Йөрәктәренә ауыр ҡайғы һал, Баштарына ҡарғыш төшһөн.


Һеҙҙе ҡол булмаһындар тип Мысырҙан алып сыҡҡан һәм ҡалыбығыҙҙы ватып башығыҙҙы юғары сөйҙөргән Мин Аллағыҙ Раббымын.


беренсе айҙың ун бишенсе көнөндә, Ҡотҡарылыу байрамының иртәгеһенә, исраилдары бөтә Мысырҙың күҙ алдында ҡыйыу атлап Рағмесестан юлға төштө.


Раббы беҙҙе ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы, бөйөк дәһшәте, хикмәттәре һәм мөғжизәләре менән Мысырҙан алып сыҡты.


Тик дошман үсәмәһен тип кисектерҙем: „Быларҙы эшләгән Раббы түгел, Был ҡазаның сәбәпсеһе – беҙ“, – тип маһайып йөрөмәһендәр».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ