Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 14:4 - Башкирский ВЗ (неполный)

4 Мин фирғәүенде тағы тиҫкәреләндерермен дә ул артығыҙҙан ҡыуа сығыр. Ул сағында Мин фирғәүенде һәм уның бөтә ғәскәрен еңеп шөһрәтемде күрһәтермен! Бөтә мысырҙар Минең Раббы икәнемде белер!» Исраилдар шулай эшләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Мин фирғәүенде тағы тиҫкәреләндерермен дә ул артығыҙҙан ҡыуа сығыр. Ул сағында Мин фирғәүенде һәм уның бөтә ғәскәрен еңеп шөһрәтемде күрһәтермен! Бөтә мысырҙар Минең Раббы икәнемде белер! Исраилдар шулай эшләне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 14:4
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

һәм һин һуңынан үҙеңдең балаларыңа, ейәндәреңә Минең мысырҙарға ҡарата ҡаты мөғәмәләм, күрһәткән хикмәттәрем хаҡында һөйләй алһын өсөн эшләнем. Һеҙ Минең Раббы булыуымды белерһегеҙ.


Ләкин Раббы фирғәүендең күңелен ҡатырҙы. Шуға күрә фирғәүен исраилдарға китергә рөхсәт итмәҫкә булды.


Шунан таралыштылар ҙа, Раббы Муса менән Һарунға нисек ҡушһа, шулай эшләнеләр.


Мысырҙар уларҙы баҫтырыуын белде; фирғәүендең бөтә аттары, яу арбалары, һыбайлылар исраилдар артынан диңгеҙ уртаһына инде.


Раббы яу арбаларының тәгәрмәстәрен тығылдырҙы ла, улары йүнләп әйләнмәне. – Тиҙерәк ҡасайыҡ был Исраил халҡы янынан! – тине мысырҙар. – Раббы улар яғында беҙгә ҡаршы һуғыша.


Әйҙә, фирғәүен, Исраил халҡы аҙашып йөрөй икән, юлдарын сүл быуған, тип уйлаһын.


Халыҡтың ҡасып китеүе тураһында Мысыр батшаһына хәбәр иткәс, фирғәүен менән уның хеҙмәтселәре кире уйланы. – Нимә эшләнек беҙ? – тине улар. – Ҡолдарыбыҙ исраилдарҙы ебәрҙек.


Раббы Мысыр батшаһы фирғәүендең тиҫкәрелеген ҡуҙғатты ла теге Исраил халҡын ҡыуа сыҡты. Исраил халҡы иһә бер нимәнән дә ҡурҡмай атлауын белде.


Хәҙер инде мин беләм: Раббы барлыҡ илаһтарҙан өҫтөнөрәк, Ул быларҙы мысырҙар Исраил халҡы менән тәкәббер ҡыланғанға эшләне.


Һеҙ – Минең халҡым, ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын. Шул ваҡытта белерһегеҙ: һеҙҙе Мысыр иҙеүенән ҡотҡарған Мин Аллағыҙ Раббымын.


Шуға күрә Раббы былай ти: „Хәҙер һин Минең Раббы икәнемде белерһең“. Нил һыуына ҡулымдағы бынау таяҡ менән һуҡһам, һыу ҡанға әйләнер.


Ләкин Мин фирғәүенде тиҫкәреләндерермен һәм Мысыр ерендә бихисап хикмәттәр менән мөғжизәләр ҡылырмын.


Ҡулымды Мысыр өҫтөнә һуҙып, Исраил халҡын улар араһынан сығарған сағымда мысырҙар Минең Раббы икәнемде белер.


Ләкин һин Минең ҡөҙрәтемде күрһен һәм исемем бөтә ер йөҙөндә билдәле булһын өсөн Мин һине иҫән ҡалдырҙым.


Әммә Мин Үҙемдең исемем хаҡына, улар араларында йәшәгән ҡәүемдәр алдында исемемә тап төшмәһен өсөн быны эшләмәнем. Сөнки исраилдарҙы уларҙың күҙе алдында Мысырҙан алып сыҡҡан сағымда Үҙемде танытҡайным.


Әйт, Раббы Хаким былай ти: «Мин һиңә, эй Сидон, ҡаршы сығам! Һинең эсеңдә дан ҡаҙанасаҡмын: Һиндә йәшәгәндәрҙе язалағас, Үҙемдең мөҡәддәслегемде танытҡас, Раббы икәнемде беләсәктәр.


Мин Мысырҙы бушлыҡҡа әйләндергәс, Илде уны тултырған бөтә нәмәнән мәхрүм иткәс, Мин унда йәшәүселәрҙе һәләк иткәс, Минең Раббы икәнемде белерҙәр.


Ерҙе ҡаплаған болот кеүек халҡым Исраилдың өҫтөнә ябырыласаҡһың. Эй Гог, киләсәк көндәрҙә һине Үҙ илемә килтерәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең аша Үҙемдең мөҡәддәслегемде күрһәтеп, Үҙемде танытамын Мин».


Үҙемдең бөйөклөгөмдө һәм мөҡәддәслегемде күрһәтәсәкмен, бик күп ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙемде танытасаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».


Мәйеттәрҙе ерләүҙә бөтә ил халҡы ҡатнашыр һәм Мин шөһрәтемде танытҡан ошо көндә улар юғары абруйға ирешер, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Муса Һарунға: – Раббының: «Миңә яҡындар аша мөҡәддәслегемде күрһәтермен, Бөтөн халыҡ алдында дан ҡаҙанырмын», – тип әйткәне ошолор, – тине. Һарун өндәшмәне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ