Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 13:14 - Башкирский ВЗ (неполный)

14 Киләсәктә улың һинән: «Был нимәне аңлата?» – тип һораһа, былай тип яуап бир: «Раббы беҙҙе Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан ҡөҙрәтле ҡулы менән алып сыҡты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Киләсәктә улың һинән: «Был нимәне аңлата?» – тип һораһа, былай тип яуап бир: «Раббы беҙҙе Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан ҡөҙрәтле ҡулы менән алып сыҡты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 13:14
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һиңә лә минең намыҫлымы-түгелме икәнемде тикшереү еңел булыр: ошо көндән башлап, әгәр ҙә һин түләү хаҡына ниндәй малдар алғанымды ҡарарға килһәң һәм миндә аҡ төрткөлө, ала булмаған кәзә йәки ҡара түгел һарыҡ тапһаң, уларҙы һинән урлап алынған тип уйла.


Улар йән биргәс тупраҡҡа ҡайта, Шул көндө үк ниәттәре юҡҡа сыға.


Күршеләребеҙ алдында мәсхәрәгә ҡалдыҡ, Бөтә әйләнә-тирәгә көлкө һәм хур булдыҡ.


һәм һин һуңынан үҙеңдең балаларыңа, ейәндәреңә Минең мысырҙарға ҡарата ҡаты мөғәмәләм, күрһәткән хикмәттәрем хаҡында һөйләй алһын өсөн эшләнем. Һеҙ Минең Раббы булыуымды белерһегеҙ.


Тап дүрт йөҙ утыҙ йыл тулған көндө Раббының бөтә ғәскәре Мысыр еренән сыҡты.


– Мысырҙан – ҡоллоҡ йортонан ҡотолған ошо көндө иҫегеҙҙә тотоғоҙ, – тине Муса халыҡҡа. – Сөнки был көндө Раббы Үҙенең ҡөҙрәтле ҡулы менән һеҙҙе ул ерҙән алып сыҡты. Ул көндө әсе ҡамырҙан бешерелгән икмәк ашамағыҙ.


Ул көндө һәр кем улына: «Мысырҙан киткән сағымда Раббының минең өсөн эшләгәндәрен хәтеремдә яңытыр өсөн үтәйем мин был йоланы», – тип аңлатыр.


Һинең өсөн был байрам ҡулыңдағы һәм маңлайыңдағы билдә һымаҡ булһын – Раббы ҡануны телеңдән төшмәһен. Сөнки Раббы һине ҡөҙрәтле ҡулы менән Мысырҙан алып сыҡты.


– Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.


Раббы Мусаға: – Һин Минең фирғәүенде нимә эшләткәнемде күрерһең. Ҡулымдың ҡатылығы арҡаһында ул Исраил халҡын ебәрәсәк. Ҡулымдың ҡатылығы арҡаһында уларҙы үҙ еренән ҡыуасаҡ ул.


Шуға күрә Исраил халҡына әйт: «Мин – Раббы. Мин һеҙҙе мысырҙарҙың иҙеүенән ҡотҡарырмын, уларҙың ҡоллоғонан азат итермен. Мин Үҙемдең ҡөҙрәтем менән мысырҙарға ҡурҡыныс язалар ебәреп һеҙҙе йолоп алырмын.


Һеҙ – Минең халҡым, ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын. Шул ваҡытта белерһегеҙ: һеҙҙе Мысыр иҙеүенән ҡотҡарған Мин Аллағыҙ Раббымын.


– Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Мин ата-бабаларығыҙҙы Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан, сығарған саҡта улар менән килешеү төҙөп әйттем:


Эй Хаким, Аллабыҙ беҙҙең, Һин ҡеүәтле ҡулың менән Үҙ халҡыңды Мысырҙан сығарҙың, Һинең исемең әлегәсә данлы, ә беҙ, гонаһ ҡылып, ғәйепкә ҡалдыҡ.


Иҫеңдә тот, һин дә Мысыр ерендә ҡол булдың, тик Аллаң Раббы һине унан Үҙенең ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы менән алып сыҡты. Шуға күрә Аллаң Раббы шәмбе көнөн тоторға бойорҙо.


«Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан, алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.


Шул саҡта абай бул! Һине Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Раббыңды онотма!


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ