Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 13:12 - Башкирский ВЗ (неполный)

12 Уға баш ир балаңды бағышларға тейеш булаһың. Мал-тыуарыңдың тәүге түле лә, әгәр ҙә ул иркәк булһа, Раббыныҡы булһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Уға баш ир балаңды бағышларға тейеш булаһың. Мал-тыуарыңдың тәүге түле лә, әгәр ҙә ул иркәк булһа, Раббыныҡы булһын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 13:12
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Мусаға былай тине:


– Исраилдарҙан тыуған беренсе ир баланың һәммәһе лә Миңә бағышланһын. Инә ҡарынының тәүге иркәк емешен – кешеләрҙекен дә, мал-тыуарҙыҡын да – Миңә арна. Улар Минеке.


Аллаға һүҙ тейҙермә, халҡыңдың башлығын хурлама.


Уңышығыҙҙы һәм шарабығыҙҙы Миңә тәҡдим итеүҙе кисектермәгеҙ. Беренсе булып тыуған ир балаларығыҙҙы Миңә бирегеҙ.


Бөтә тәү тыуғадар Минеке. Һыйырҙыҡы булһынмы, һарыҡтыҡымы – тәүге түлдән тыуған иркәк мал – Миңә.


Ишәктең тәүге быҙауын һарыҡ бәрәсе биреп йолоп алығыҙ, йолоп алғығыҙ килмәһә – муйынын бороп һындырығыҙ. Һәр ҡайһығыҙҙың беренсе ир балаһы йолом түләп алынырға тейеш. Бер кем дә Минең хозурыма буш ҡул менән килмәһен.


Минең өсөн тыуҙырған улдарыңды һәм ҡыҙҙарыңды алып, уларҙы үҙ боттарыңа ризыҡ итеп ҡорбан ҡылдың. Фәхешлегең генә етмәгән,


Тәүге уңыштың иң яҡшы емеше һәм башҡа төрлө саҙаҡалар ҙа ҡаһиндарҙыҡы булыр. Тәүге уңышығыҙҙың ононан бешерелгән икмәкте ҡаһинға бирегеҙ, шунда йортоғоҙҙа бәрәкәт артып торор.


Беренсе булып тыуған малды Раббыға бағышларға ярамай, сөнки ул былай ҙа Раббыныҡы. Эре малмы ул, ваҡ малмы – улар барыһы ла Раббыныҡы.


Инә ҡарынының Раббыға тәғәйенләнгән тәүге иркәк емешен – кешеләрҙеке лә, мал-тыуарҙыҡы ла – һинеке. Әмма беренсе булып тыуған ир бала, хәләл булмаған малдың беренсе булып тыуған иркәк балаһы йолом түләп кире һатып алынырға тейешле.


– Мин һәр исраил ҡатынынан донъяға килгән тәүге ир бала урынына исраилдар араһынан левиҙәрҙе Үҙемә алдым. Улар – Минеке,


сөнки бөтә беренсе булып тыуғандар – Минеке. Мысыр ерендәге баш балаларҙы юҡ иткән сағымда, Исраилда кешенән алып мал-тыуарғаса барлыҡ беренсе булып тыуғандарҙы Үҙемә айырып алдым. Улар Минеке буласаҡ. Мин – Раббы.


Исраилдарҙың беренсе булып тыуған иркәк йән эйәһе, кешенекенән башлап мал-тыуарҙыҡына тиклем һәммәһе – Минеке. Сөнки мысырҙарҙың беренсе булып тыуған барлыҡ ир балаларын һәләк иткән саҡта, исраилдарҙыҡын Мин Үҙемә айырып алдым.


Һыйырҙың тәүге үгеҙ быҙауын, һарыҡтың тәүге тәкә бәрәсен Аллаң Раббыға бағышла. Тәүге булып тыуған үгеҙ малыңды эштә файҙаланма, һарыҡтың тәүге бәрәсенең йөнөн ҡырҡма.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ