10 Итте иртәнгә тиклем ҡалдырмағыҙ. Артып ҡалһа, утҡа һалып яндырығыҙ.
Муса уларға: – Бер кем дә быны иртәгәгә ҡалдырмаһын, – тине.
Миңә килтерелгән ҡорбандың ҡанын әсе икмәк менән бергә тәҡдим итмә. Байрамда Миңә килтерелгән ҡорбандың майы иртәнсәккә тиклем ҡалмаһын.
Әгәр ҙә бағышлау ҡорбанының ите йәки икмәге иртәнгә тиклем ҡалһа, ҡалғанының бөтәһен дә яндыр. Быны бер кем дә ашарға тейеш түгел, сөнки ул изге.
Миңә килтерелгән ҡорбандың ҡанын әсе икмәк менән бергә тәҡдим итмә. Ҡотҡарылыу байрамына килтергән ҡорбан иртәнсәккә тиклем ҡалмаһын.
Ҡорбан итен салынған көнөндә һәм иртәгәһенә ашағыҙ. Өсөнсө көнгә ҡалғаны яндырылһын.
Итен шул көндө үк ашағыҙ, иртәнсәккә тиклем ҡалдырмағыҙ. Мин – Раббы.
Таңға тиклем ҡорбан итенән бер нимә лә ҡалмаһын, ҡорбан бәрәсенең һөйәктәре һындырылмаһын. Байрамды Ҡотҡарылыу байрамы тураһындағы бөтә ҡағиҙәләр буйынса үткәрһендәр.