1 Мысыр ерендә Раббы Муса менән Һарунға былай тине:
Хәҙер инде уны иренә кире ҡайтар, ул – пәйғәмбәр, доға ҡылһа, иҫән ҡалырһың. Тик бел: әгәр ҡатынды кире ҡайтармаһаң, үҙең дә, бөтә туған-тыумасаң да үлеп бөтәсәк.
Муса менән Һарун бөтә был мөғжизәләрҙе фирғәүен алдында күрһәттеләр. Ләкин фирғәүен, Раббы уның тиҫкәреләндергәнгә күрә, һаман ҡарышты, Исраил халҡына Мысырҙан китергә рөхсәт итмәне.
Ә һин халыҡҡа әйт, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа күршеләренән алтын-көмөш әйберҙәр һорап алһын.
Тәүге айҙың ун дүртенсе кисенән башлап егерме беренсе кисенә тиклем сөсө икмәк ашағыҙ.
– Был ай һеҙҙең өсөн йылдың тәүге айы, йыл башы булһын.
Раббы Мусаға былай тине:
– Беренсе айҙың тәүге көнөндә Изге торлаҡты – Осрашыу сатырын ҡор.
Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә һеҙҙең Ҡотҡарылыу байрамы булыр. Уны ете көн байрам итегеҙ, ошо ваҡыт дауамында сөсө икмәк ашағыҙ.
Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә – Раббы хөрмәтенә Ҡотҡарылыу байрамы.
– Билдәләнгән ваҡытта исраилдар Ҡотҡарылыу байрамын үткәрһен.
Ошо айҙың ун дүртенсе көнөндә эңер төшкәс уҙғарығыҙ уны, бөтә ҡағиҙәләр, йолалар буйынса байрам итегеҙ.
Беренсе айҙың ун дүртенсе көнөндә эңер төшкәс Синай сүлендә Ҡотҡарылыу байрамын билдәләнеләр. Исраилдар бөтәһен дә Раббы Мусаға ҡушҡанса башҡарҙы.