4 Муса фирғәүенгә: – Раббы былай ти: «Төн уртаһында Мысыр буйлап үтермен.
Тик белмәйҙәр, аңламайҙар! Дөм ҡараңғыла йөрөйҙәр. Ер йөҙөнөң нигеҙҙәре ҡаҡшаған.
Мин ошо төндө Мысыр ерен иңләйем, беренсе булып тыуған һәр ир-атты һәм беренсе булып тыуған иркәк малды үлтерәм. Мысырҙарҙың бөтә илаһтарына яза бирәм. Мин – Раббы.
Раббы мысырҙарҙы ҡазалар өсөн килгәндә ишек ҡашағаһындағы һәм яңаҡтарындағы ҡанды күргәс, урап үтер. Йән алыусыға өйөгөҙгә инергә һәм үлтерергә юл ҡуймаҫ.
Төн уртаһы етеү менән Раббы Мысыр ерендәге бөтә баш ир баланы үлтерҙе. Тәхеттә ултырған фирғәүендекен дә, зиндандағы тотҡондоҡон да ҡалдырманы; мал-тыуарҙың тәүге түлен дә ҡазаланы.
Бәһлеүәндәй сығыр Раббы, Яугир кеүек ғәйрәтләнер; Ҡысҡырып һуғыш ораны һалыр, Дошмандарына ҡөҙрәтен күрһәтер.
Мин һеҙгә, ҡасандыр Мысырға ебәргән һымаҡ, үләт ебәрҙем. Һеҙҙең егеттәрегеҙҙе ҡылыс менән ҡырҙым, аттарығыҙҙы дошмандар ҡыуып алып китте. Мин һеҙҙе мәйеттәрҙең һаҫығын еҫкәргә мәжбүр иттем. Тик барыбер һеҙ Минең хозурыма ҡайтманығыҙ. – Раббы шулай тип белдерә. –
Арағыҙҙан Мин үткәндә, Йөҙөм баҡсаларында ла иңрәү торор», – ти Раббы.
Шул саҡ ҡаршылыҡтар емереүсе Үҙенең халҡы алдынан барыр. Улар, ҡапҡаларҙы бәреп асып, азатлыҡҡа сығыр, Батшалары Алла Үҙе алдан атлар, Раббы юл башлаусы булыр».