Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сығыу 1:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Әммә Исраил нәҫеле үрсеп, күбәйеп китә, көсәйә һәм тотош илгә тарала.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Әммә Исраил нәҫеле үрсеп, күбәйеп китә, көсәйә һәм тотош илгә тарала.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сығыу 1:7
29 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алла: «Һыу тере йән эйәләре менән тулһын, ә ер өҫтөндә, күк көмбәҙе аҫтында, ҡоштар осоп йөрөһөн», – тине.


Алла уларға фатиха ҡылып әйтте: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ. Диңгеҙҙәрҙәге балыҡтар, һауалағы ҡоштар һәм ерҙәге бөтә йәнлектәр өҫтөнән хакимлыҡ итегеҙ».


Һинән бөйөк халыҡ тыуҙырырмын, Һине мөбәрәк ҡылырмын, атыңды бөйөк итермен; Һин фатиха-бәрәкәт сығанағы булырһың!


Тоҡомоңды ерҙәге ҡом һымаҡ иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен. Әгәр берәйһе ерҙәге ҡом бөртөктәрен һанай алһа, һинең нәҫелеңдең хисабын белер.


Раббы Ибрамды тышҡа алып сыҡты ла: – Күккә ҡара, – тине. – Әгәр ҙә һанай алһаң, йондоҙҙарҙы һанап ҡара. Шунан тағы әйтте: – Һинең нәҫелең шул тиклем буласаҡ.


Мин уға фатиха ҡылам һәм унан һиңә бер ул бирәм. Уға фатихамды бирәм: ул халыҡтарҙың әсәһе булыр, нәҫеленән батшалар сығыр.


Һиңә мул-мул фатихамды бирәм! Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа, Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом, Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом. Балаларыңдың алдында Дошман ҡапҡалары ҡолар!


Шунан Исхаҡ, тағы арыраҡ китеп, икенсе бер ҡоҙоҡ ҡаҙҙы, бында инде бәхәс ҡупманы һәм уға Реховоҫ тип исем ҡушты. «Бына хәҙер Раббы, беҙ күбәйеп китһен тип, иркенлек бирҙе», – тине.


Тоҡомоңдо сикһеҙ арттырырмын, күктәге йондоҙҙар күпме булһа, шул саҡлы буласаҡ улар, бөтә был ерҙәрҙе Мин уларға бирәм. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр –


Ҡом бөртөгө күпме булһа, нәҫел-ырыуың да шул саҡлы күп булыр, улар көнбайышҡа ла, көнсығышҡа ла, төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ла таралып ултырыр. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең һәм һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр.


Алла уға тағы шуны әйтте: – Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алла Мин, Үрсемле бул, ишле бул: Таралыр һинән халыҡ, Бер түгел, бик күп халыҡ! Һинән сығыр батшалар!


Алла былай тине: – Мин Алла, атайың Аллаһымын. Ҡурҡма, күс Мысырға: унда Мин һинән бөйөк халыҡ бар ҡылырмын.


Исраил нәҫеле Мысыр иленең Гошен төбәгендә урынлашты. Улар шунда ер биләп, артып-ишәйеп китте.


Бөтә афәттәрҙән мине һаҡлаған фәрештә Ошо йәштәргә лә фатиха бирһен! Исемем, ата-бабам Ибраһим менән Исхаҡ исеме Ошо уландарҙың исемендә дауам итһен. Нәҫелдәре ер йөҙөндә ишәйгәндән-ишәйһен!


«Мин һинең тоҡомоңдо үрсемле һәм күп һанлы итәм, һинән бик күп халыҡ тараласаҡ, ә был ерҙе мәңгелеккә һинең нәҫел-ырыуыңа бирәм», – тип әйтте.


Алла Нухҡа һәм уның улдарына былай тип фатиха бирҙе: – Үрсегеҙ, ишәйегеҙ, ер йөҙөнә таралығыҙ.


Һуңыраҡ ул гүзәл ерҙе кире ҡаҡтылар, Алла вәғәҙәһенә ышанманылар.


Ләкин Исраил халҡын ни хәтлем нығыраҡ ғазаплаһалар, улар шул тиклем тиҙерәк ишәйҙе. Шуға ла мысырҙар уларҙан ҡурҡа башланы


Исраил халҡы Рағамсес ҡалаһынан Суккоҫҡа табан юлланды. Ҡатын-ҡыҙҙар менән бала-сағаны иҫәпләмәгәндә, Мысырҙан алты йөҙ меңләп йәйәүле ир-ат,


Ҡарағыҙ, илдә халҡығыҙ күпме, ә һеҙ уларҙы эштән айыраһығыҙ.


Һине ҡырҙағы үлән кеүек үҫтерҙем. Үҫеп буйға еттең, күркәмләндең, түштәрең йомроланды, толомдарың оҙонайҙы. Әммә һин яланғас, шәрә инең.


Ата-бабаларыңдан Мысырға етмеш кеше килгәйне. Ә хәҙер һеҙҙе Раббы Аллаң күктәге йондоҙҙар һымаҡ күбәйтте.


Шунан Аллаң Раббы ҡаршыһында яуап тотоп әйт: «Алыҫ бабам күсмә бер арами булған. Бер нисә генә кеше менән Мысырға барып килмешәк булып йәшәй башлаған. Тора-бара Мысырҙа унан бөйөк, көслө һәм күп һанлы халыҡ барлыҡҡа килгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ