Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сефанъяһ 3:8 - Башкирский ВЗ (неполный)

8 «Шуға күрә килеүемде көтөгөҙ, – ти Раббы. – Ул көндө һеҙгә ҡаршы шәһәҙәт ҡылырмын. Минең ҡарарым шулай: Ярһыуымды, уттай асыуымды Өҫтәренә ҡойоп түгер өсөн Бар ҡәүемдәрҙе, батшалыҡтарҙы йыям, Көнсөллөк утым бөтөн ер йөҙөн ялмап йотор».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 «Шуға күрә килеүемде көтөгөҙ, – ти Раббы. – Ул көндө һеҙгә ҡаршы шәһәҙәт ҡылырмын. Минең ҡарарым шулай: Ярһыуымды, уттай асыуымды Өҫтәренә ҡойоп түгер өсөн, Бар ҡәүемдәрҙе, батшалыҡтарҙы йыям, Көнсөллөк утым бөтөн ер йөҙөн ялмап йотор».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сефанъяһ 3:8
39 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дошмандарым: «Еңдем уны!» – тимәһендәр, Сайҡалғанымда ҡыуана алмаһындар.


Әгәр ҙә Раббы беҙҙең менән булмаһа, Кешеләр беҙгә баш күтәргән саҡта


Бөгөлдөм, бөкрәйеп төштөм, Көн оҙоно ҡайғылы йәш түгәм.


Дауыттың мәҙхиәһе. Йәһүҙә сүлендә булғанда сығарылған.


Ғүмерем буйы Һиңә шөкөр ҡылырмын, Исемең менән ялбарып күккә ҡулымды һонормон.


Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, ҡасанғаса Халҡың доғаһына асыулы ҡарарһың?


Уларға икмәк урынына күҙ йәше бирҙең, Туҫтаҡ тулы әсе йәш эсерҙең.


«Яуызлыҡ өсөн ҡон ҡайтарам», – тимә, Раббыға тапшыр – Ул һине һаҡлар.


Мөһөрҙәй баҫ мине йөрәгеңә, Ҡулыңдағы йөҙөк ише һаҡла. Сөнки һөйөү үлемдәй ҡөҙрәтле, Көнсөллөк үлеләр донъяһы һымаҡ аяуһыҙ. Уның уғы – дөрләп янған ялҡын!


Бар донъяға ҡарата ҡорған ниәтем, Ҡәүемдәргә ҡаршы күтәрелгән ҡулым – ошо».


Әммә Раббы һеҙгә мәрхәмәт күрһәтер өсөн көтә, Ул тағы һеҙгә рәхимле булырға әҙер, Сөнки Раббы – ғәҙел Алла: Уға өмөт бағлағандар ниндәй бәхетле!


Раббы бөтә ҡәүемдәргә асыуланды. Уларҙың ғәскәрҙәренә ҡаршы ажарланды. Уларҙы тотошлай һәләк ҡылыр, Ҡырылышҡа дусар итер.


Асыу менән тапаланым халыҡтарҙы, Ярһыу менән иҫерттем уларҙы, Ҡандарын ергә ағыҙҙым».


Асыуыңды Һине танымаған ҡәүемдәргә, Исемең менән саҡырмаған ҡәбиләләргә түк. Сөнки улар Яҡуп нәҫеленең башын ашаны, Уны тотош йоттолар, юҡ иттеләр, Төйәктәрен пыран-заран килтерҙеләр.


Шуға күрә лә һин, Яҡуп нәҫеле, Аллаңа ҡайт, Мөхәббәт һәм ғәҙеллекте һаҡла, Һәр даим Аллаға өмөт бағла.


Бөтә халыҡтарҙы йыйып Йеһошафат үҙәненә килтерәм. Үҙемдең халҡым, биләмәм Исраилға ҡаршы Ҡылған ғәмәлдәре өсөн уларҙы хөкөмгә тарттырам. Сөнки халҡымды башҡа ҡәүемдәр араһына тараттылар, Еремде үҙ-ара бүлешеп алдылар.


Ә мин Раббыға өмөт бағлайым, Ҡотҡарыусы Аллама күҙ төбәйем, Ишетәсәк мине Аллам.


Сөнки һиңә күренгәндәр тәғәйен ваҡытҡа ҡарай, Ахыр хаҡында һөйләй, алдамай, Ҡапыл ғәмәлгә ашмаһа ла, үтәлеүен көт, Сөнки мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ.


Раббының асыу көнөндә Алтын-көмөш уларҙы ҡотҡара алмаҫ, Раббының көнсөллөк уты ерҙе ялмап алыр, Раббы ерҙә йәшәгәндәрҙең барыһын Көтмәгәндә ҡырып һалыр.


Батша тәхеттәрен түңкәрәм, Ҡәүемдәрҙең батшалыҡтарының көсөн ҡаҡшатам, Яу арбаларын кешеләре менән бергә ауҙарам, Бер-береһенә ҡаршы алышта Һыбайлылар аттары менән бергә дөмөгөр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ