Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сефанъяһ 3:19 - Башкирский ВЗ (неполный)

19 Бына шундай ваҡыт килер: Мин һине иҙгәндәрҙе язалармын, Аҡһаҡтарҙы ҡотҡарырмын, Ҡыуып таратылғандарҙы йыйырмын, Ҡайҙа кәмһетелгәндәр, шул ерҙә Уларға маҡтау һәм шөһрәт ҡаҙандырырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

19 Бына шундай ваҡыт килер: Мин һине иҙгәндәрҙе язалармын, Аҡһаҡтарҙы ҡотҡарырмын, Ҡыуып таратылғандарҙы йыйырмын; Ҡайҙа кәмһетелгәндәр, шул ерҙә Уларға маҡтау һәм шөһрәт ҡаҙандырырмын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сефанъяһ 3:19
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һине иҙгәндәрҙең балалары Килеп алдыңа эйелер; Һиңә кәмһетеп ҡарағандарҙың һәммәһе, Аяҡтарыңа йығылып, сәждә ҡылыр. Улар һине Раббы ҡалаһы, Исраилдың Изге Аллаһының Сионы тип атар.


Ләкин һине ашаусылар үҙҙәре ем булыр. Бөтә дошмандарың әсирлеккә китер. Һине талағандар үҙҙәре таланыр, Һине яумал иткәндәр үҙҙәре яумал булыр.


Раббы һиңә сығарған хөкөмөн кире алды, Дошманыңды ҡыуып таратты. Раббы, Исраил батшаһы, һинең менән, Хәҙер яуызлыҡтан ҡурҡма инде.


Быға ҡарап: «Раббы Аллаң ҡайҙа һинең?» – Тигән дошманым хурланыр, Шунда үҙ күҙем менән күрермен Урам батҡағы шикелле аяҡ аҫтында тапалғанын.


Юғалғанын табырмын, аҙашҡанын ҡайтарырмын, яралыһының йәрәхәтен бәйләрмен, хәлһеҙенә көс бирермен. Әммә һимереп шашаҡандарын юҡ итәсәкмен. Мин ҡуйҙарымды ғәҙел көтәсәкмен».


Кисергән мәсхәрә урынына – ике тапҡырға күберәк фатиха, Хурлығығыҙ урынына өлөшөгөҙҙө алып ҡыуанырһығыҙ, Шуға үҙ ерегеҙҙә ике тапҡырға мулыраҡ алырһығыҙ; Мәңгелек шатлыҡҡа эйә булырһығыҙ.


Ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәр алдында был ҡала Минең өсөн шатлыҡ, маҡтау һәм шөһрәт инешенә әйләнер. Йәрүсәлим халҡына эшләгән бөтә яҡшылыҡтарымды һәм уларға биргән именлекте күреп был ҡәүемдәр ҡурҡыуға ҡалып тетрәнер.


Башҡаса ереңдә йәбер-золом, Биләмәңдә ҡыйралыш, Бөлгөнлөк тураһында ишетелмәҫ. Диуарҙарыңды – „Ҡотолоу“ тип атарһың, Ҡапҡаларыңа „Маҡтау“ тигән исем бирерһең.


Үҙ ерҙәрендә имен-аман йәшәгәндә, уларҙы ҡурҡытҡан һис кем булмағанда үҙҙәренең хурлығын, Миңә ҡарата тоғро булмағандарын онотасаҡтар.


Ҡурҡма, ҡолом Яҡуп, Мин һинең менән! – тип белдерә Раббы. – Мин һине ҡәүемдәр араһына таратҡайным, Инде барыһын да ҡырып бөтәм, Ә һине тотошлай юҡ итмәм. Әммә язаһыҙ ҡалдырмам, Язаны ғәҙел бирермен».


Раббы Йәрүсәлимде аяҡҡа баҫтырғанға, Уны ер йөҙөнөң ғорурлығына әйләндергәнгә тиклем Раббыға тынғылыҡ бирмәгеҙ!


Йә Раббы! Яза өсөн ҡулың күтәрелгән, Әммә яуыздар быны күрмәй. Халҡың өсөн ашҡынып тороуыңды күрһәт, Әйҙә улар оятҡа ҡалһындар. Дошмандарыңа ҡаршы яҡҡан ут Уларҙы ялмап юҡ итһен.


Бына, Мин уларҙы төньяҡтағы илдән килтерермен; Ерҙең иң алыҫ сиктәренән йыйып алырмын. Араларында һуҡыры, аҡһағы, Йөклөһө лә, тулғаҡ тотҡаны ла булыр – Барыһы оло бер йыйын булып ҡайтыр.


Шунда Мин һиңә ҡаршы ҡулымды күтәрҙем. Ризығыңды кәметеп, һине дошмандарың булған пелешти ҡыҙҙары ихтыярына бирҙем. Хатта улар ҙа һинең әхлаҡһыҙ ҡылығыңдан оялды.


Мәйеттәрҙе ерләүҙә бөтә ил халҡы ҡатнашыр һәм Мин шөһрәтемде танытҡан ошо көндә улар юғары абруйға ирешер, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ул көндәрҙә һәр тел һәм милләттә ун кеше бер йәһүҙиҙең итәгенә йәбешеп: „Һеҙҙең менән барайыҡсы, сөнки Алланың һеҙҙең менән булғанын ишеттек“, – тип әйтер».


Ул һине хөрмәттә, шөһрәттә һәм күркәмлектә Үҙе донъяға яратҡан барлыҡ ҡәүемдәрҙән өҫтөн ҡуясағын һәм, әйткән һүҙе буйынса, Үҙе өсөн һайлап алған халҡы итәсәген белдерҙе.


Эй әлегә емерелеү белмәгән емереүсе! Хыянатҡа тарымаған хыянатсы! Ҡайғы һиңә! Һин емереүҙән туҡтағас, үҙеңде емерәсәктәр; Хыянат ҡылып бөтөргәс, һиңә хыянат итерҙәр.


Улар араһында рәхмәт йырҙары яңғырар, Шатлыҡ ауаздары ишетелер. Мин халҡымды ишәйтермен, кәмемәҫтәр, Уларҙы абруй-данлы итермен, Һис кем уларҙы кәмһетмәҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ