12 Араңда бары итәғәтле, күндәмдәр ҡалыр, Улар Раббы исеменә өмөт бағлар.
12 Араңда бары тыңлаусан, күндәмдәр ҡалыр, Улар Раббы исеменә өмөт бағлар.
Ул сағында ярлының иң ярлыһы ла ашап туйыр, Хәйерселәр рәхәтләнеп йәшәр. Әммә һеҙҙең зат-зәүерҙе аслыҡтан ҡоротасаҡмын, Иҫән ҡалғандарығыҙ ҙа үлтерелер.
Ул ҡәүемдең илселәренә ниндәй яуап бирелер? «Раббы Сиондың нигеҙен нығытты, Халҡының фәҡирҙәре шунда һыйыныр».
Фәҡирҙәр Раббыла ҡыуаныс табыр, Исраилдың Изгеһе хаҡында уйлап Ярлы-мохтаждар шатланыр.
Арағыҙҙа Раббынан ҡурҡҡан, Уның ҡолоноң әйткәнен тыңлаған кем бар? Ҡараңғылыҡта йөрөгән, яҡтылыҡ күрмәгән кеше Раббының исеменә өмөт бағлаһын, Аллаһына арҡаланһын!
Халыҡтың ундан бере ҡалһа ла, Улары ла бөлгөнлөккә төшөр. Әммә ҡырҡылғандан һуң төпһәһе ҡалған Имәнде, ғорур ағасты, ҡырҡҡандан һуң төбө ҡалған һымаҡ, Исраилдан да төпһә ҡаласаҡ, Уның төпһәһе – изге орлоҡ».
Раббыға өмөт бағлаған кеше фатихалы, Раббы – уның ышанысы!
Ул көндәрҙә һәм ул замандарҙа, – тип белдерә Раббы, – Исраилдың ғәйебен эҙләрҙәр, тик ул булмаҫ. Йәһүҙәнең гонаһтарын юлларҙар, әммә ул табылмаҫ. Сөнки Үҙем иҫән ҡалдырғандарымды ярлыҡармын».
Әммә Мин ҡайһы берәүҙәргеҙҙе иҫән ҡалдырасаҡмын. Төрлө илдәр, ҡәүемдәр араһына һибелгән ҡайһы берҙәрегеҙ ҡылыстан ҡотолор.
Ашшур ерендә – ҡылыс менән, Нимрүд илендә яланғас ҡылыс менән идара итерҙәр. Ашшурҙар илебеҙгә бәреп инеп, Еребеҙгә аяҡ баҫһа, Беҙҙе хакимыбыҙ йолоп алыр.
Раббы игелекле – ҡайғы көнөндә һыйыныр урын, Үҙенә өмөт бағлағанды хәстәрләй.
Шулай итеп ул көндө килешеү ғәмәлдән сығарылды. Көтөүҙең миңә ҡолаҡ һалған һарыҡ һатыусы сауҙагәрҙәр бының Раббы һүҙе булғанын аңланы.
Мине һарыҡ һатыусы сауҙагәрҙәр ялланы – уларҙың салырға тәғәйенләнгән һарыҡтарын көтә башланым. Ҡулыма ике таяҡ алдым. Уларҙың береһен «миһырбан», икенсеһен «берҙәмлек» тип атаным һәм улар менән малдарҙы көттөм.