Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сефанъяһ 2:9 - Башкирский ВЗ (неполный)

9 Шуның өсөн, барлығым менән ант итәм, – ти Ғәскәрҙәр Раббыһы, Исраил Аллаһы, – Моав Содом һымаҡ булыр, Ғаммон ерҙәре – Ғамора кеүек. Уларҙы ҡый үләне баҫып китер, Баҫыуҙары татырланыр, Ерҙәре мәңгелек сүлгә әйләнер. Халҡымдың тере ҡалғандары уларҙы талап, Ерҙәрен үҙҙәренә милек итеп алыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Шуның өсөн, барлығым менән ант итәм, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы. – Моав Содом һымаҡ булыр, Ғаммон ерҙәре – Ғамора кеүек. Уларҙы ҡый үләне баҫып китер, Баҫыуҙары татырланыр, Ерҙәре мәңгелек сүлгә әйләнер. Халҡымдың тере ҡалғандары уларҙы талап, Ерҙәрен үҙҙәренә милек итеп алыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сефанъяһ 2:9
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бергәләп осоп ҡунырҙар Пелештиҙәр яурынына көнбайышта, Көнсығыштағы халыҡтарҙы таларҙар, Эдом менән Моав ерҙәренә ҡул һалырҙар, Ғаммонды буйһондорорҙар.


Раббының ҡулы был тау өҫтөндә булыр. Моав иһә тиреҫкә тапалған һалам һымаҡ ҡалыр.


Башыңды күтәр, тирә-яғыңа ҡара: Барыһы йыйылып һиңә килә. Мин Раббы, барлығым менән ант итеп белдерәм: Һин уларҙы затлы биҙәүес һымаҡ тағырһың, Кәләш һымаҡ улар менән биҙәнерһең.


Исеме Күк ғәскәрҙәре Раббыһы булған Батша былай тип белдерә: «Барлығым менән ант итәм, Башҡа тауҙар араһында ҡалҡып торған Тавор, Диңгеҙ буйындағы Кармәл һымаҡ Ҡеүәтле берәү киләсәк.


Моав тураһында. Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Невоға ҡайғы! Уларҙың ҡалаһы харап булды. Ҡиръяҫаим мәсхәрәләнде, Дошман ҡулына ҡалды. Нығытмаһы хур булды – емерелде.


Ғаммон халҡы тураһында. Раббы былай ти: «Исраилдың улдары юҡмы әллә? Уның вариҫы юҡмы? Ни өсөн илаһ Милком Ғадты биләмәһе итеп алған? Ниңә уның халҡы Ғад ҡалаларында йәшәй?


Содом һәм Ғамора һәм уларҙың тирә-яғындағы ҡалалар нисек тар-мар иткән, – ти Раббы, – унда ла һис кем йәшәмәҫ, әҙәм балаһы ул ерҙә төйәкләнмәҫ.


Хасор сүл бүреләренә төйәк булыр, Мәңгелек бушлыҡҡа әйләнер. Унда бер кем дә йәшәмәҫ, Ул ерҙә әҙәм балаһы төйәкләнмәҫ».


Содомды һәм Ғамораны Тирәләрендәге ҡалалар менән Алла нисек тар-мар иткән, Унда ла һис кем йәшәмәҫ, Әҙәм балаһы ул ерҙә төйәкләнмәҫ, – тип белдерә Раббы.


Раббы былай ти: «Ғаммондар енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Биләмәрен киңәйткән саҡта Ғилғәдтә ауырлы ҡатындарҙың Ҡорһаҡтарын бүҫкән өсөн,


Раббы былай ти: «Енәйәт артынан енәйәт ҡылған – Енәйәттәре саманан ашҡан. Эдом батшаһының һөйәктәрен Көлгә ҡалдырып мәсхәрә иткән өсөн Мин Моавты язаһыҙ ҡалдырмайым:


Унда мал-тыуар һәм Һәр төрлө ҡош-кейек хәл йыйыр, Аунап ятҡан бағана баштары араһында Ябалаҡтар менән терпе йәшәр, Тәҙрәләрҙән ҡош тауышы ишетелер. Эрбет көплөгө айырылып төшкән Ишек тупһаларында ҡоҙғон ҡысҡырыр.


Йәһүҙә нәҫеленең һау ҡалғандары Был ерҙәрҙе төйәк итер, Улар бында малын көтөр, Ашҡылон өйҙәрендә кисен хәл йыйыр, Сөнки Аллалары Раббы уларҙы хәстәрләр, Элекке именлекте кире ҡайтарыр.


Исраилдың тере ҡалғандары Ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫ, ялған һөйләмәҫ, Ауыҙҙарында мәкерле һүҙ булмаҫ. Яланда утлап йөрөгән ҡуйҙар һымаҡ Тамаҡтары туйғас, ятып ял итерҙәр, Уларҙы һис кем ҡурҡытмаҫ».


Шымығыҙ барығыҙ ҙа Раббы алдында! Раббы Үҙенең мөҡәддәс торлағынан ҡалҡа!


әммә барлығым һәм Раббының бөтә донъяны тултырасаҡ шөһрәте менән ант итәм:


Киләсәк быуын, һеҙҙән һуң тыуған балалар һәм алыҫ илдәрҙән килгән килмешәктәр, был илгә ябырылған бәләләрҙе һәм Раббы күндергән ауырыуҙарҙы күрер:


бөтә ер яна, көкөрт һәм тоҙ менән үртәлә, иген игелмәй, тупраҡ һөрөлмәй ҙә, сәселмәй ҙә, хатта үлән дә үҫмәй. Ил Раббының асыуы менән юҡ ителгән Содом, Ғамора, Адма һәм Севоим ҡалалары кеүек булған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ