1 Эй оятһыҙ халыҡ, йыйыл, туплан!
Шул арҡала яуындар туҡталды, Хатта яҙғы ямғыр яуманы, Шунда ла фәхишә һымаҡ битһеҙһең, Оят тигәнде белмәйһең.
Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Уларҙы язалаған сағымда Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы.
Изге ураҙа иғлан итегеҙ, йыйын саҡырығыҙ! Аҡһаҡалдарҙы һәм илдә йәшәүселәрҙең барыһын Аллағыҙ Раббының йортона йыйығыҙ, Раббыға ялбарығыҙ.
Әммә һаман ҡала эсендәге Раббы ғәҙел, Ул яуызлыҡ ҡылмай, Һәр иртә һайын Үҙ хөкөмөн сығара, Һәр бер таңда – һис тә кисектермәй! Әммә залимдар оялыу белмәй.
Бер ай эсендә өс көтөүсене ҡыуып ебәрҙем, сөнки минең улар менән түҙемлегем ҡалманы. Улар ҙа мине күрә алмаҫ булды.