Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сефанъяһ 1:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Раббы Хаким хозурында шым бул, Сөнки Уның көнө яҡынлаша, Раббы ҡорбан әҙерләгән инде, Ҡунаҡтары пакланыу йолаһын атҡарҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Раббы Хаким хозурында шым бул, Сөнки Уның көнө яҡынлаша. Раббы ҡорбан әҙерләгән инде, Ҡунаҡтары пакланыу йолаһын атҡарҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сефанъяһ 1:7
39 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Халыҡтарҙың башлыҡтары йыйылған Ибраһим Аллаһының халҡы янына; Сөнки ер йөҙөндәге хакимдар – Алланыҡы. Алла бар нәмәнән юғарыраҡ!


Үҙем һайлап алғандарға әмер бирҙем, Асыуымды ғәмәлгә ашырһындар өсөн Батыр яугирҙәрҙе, Бөйөклөгөмә ғорурланғандарҙы саҡырып алдым».


Һыҡтағыҙ! Сөнки Раббының көнө яҡын! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе күндергән һәләкәт булып килә ул көн!


Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ул көн Бөтә һауалы, юғары, ғорурҙарҙы түбәнһетер.


Әммә Ариилды ҡыҫынҡылыҡҡа төшөрәм, Ул зар илар, үкһер-һыҡтар. Ул Минең өсөн ҡорбан усағы булыр.


«Ҡылысым күктә ҡан эсеп туйҙы, Инде Эдомдың өҫтөнә, Мин тотош юҡ итергә ҡарар ҡылған Халыҡтың өҫтөнә төшә», – ти Раббы.


Раббының ҡылысы – ҡанға, Ҡуй һәм кәзә тәкәләре ҡанына туйынды. Эс майына, һарыҡ тәкәләренең бөйөр майына буялды. Сөнки Раббы Босрала ҡорбан килтерә, Эдомда оло ҡырылыш бара.


– Бөттөм, һәләк булдым! – тинем. – Сөнки ауыҙы нәжес бер әҙәммен, нәжес ауыҙлы кешеләр араһында йәшәйем. Ә күҙҙәрем Батшаны – Күк ғәскәрҙәре Раббыһын күрҙе.


Был көн Хаким, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, көнө, Үс алыу көнө. Дошмандарынан ҡон ҡайтарыр көн. Уларҙы ҡылыс туйынғансы ашаясаҡ, Һыуһыны ҡанғансы ҡан эсәсәк. Төньяҡ илдә, Евфрат йылғаһы буйында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Хаким ҡорбан сала.


Бына ул көн етте! Килде ул һәләкәт! Хөкөм таяғы сәскә атты, тәкәбберлек сәскәләнде.


Ҡаза килеп етте, эй был илдә йәшәүселәр! Ваҡыт етте! Тауҙарҙа һөйөнөс ауаздары түгел, ҡурҡыу тауыштары хөкөм һөргән көн килде!


О, ул көн! Раббы көнө яҡын! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе күндергән Һәләкәт булып килә ул!


Раббы Үҙ ғәскәренең алдында һөрән һалыр. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ Уның сиреүе. Уның һүҙен үтәүселәр ҡеүәтле. Раббының көнө бөйөк, дәһшәтле! Быға кем түҙә алыр?


Раббының бөйөк һәм дәһшәтле көнө килерҙән алда Ҡояш – ҡараңғылыҡҡа, ай ҡанға әйләнер!


Яндырыр өсөн мәйетте алырға килгән туғаны, уны өйҙән сығарғанда, эстә ҡалыусынан: «Унда һинең менән кем бар?» – тип һорар. Теге: «Бер кем дә юҡ», – тип яуап бирер. Шул саҡ ул: «Шым! Раббы исемен телгә алма», – тиер.


Ул көн һарайҙағы йырҙар илау-һыҡтау менән алмашыныр, Һәр урында мәйет тулып ятыр. Шым!»


Ә Раббы – Үҙенең изге ҡорамында. Уның алдында бөтә ер йөҙө тын ҡалһын!


Раббының бөйөк көнө яҡынлаша! Яҡынлашты, бына-бына килеп етер. Раббы көнө инде һөрән һала – Иң ғәййәр яугирҙәр үкереп илар.


Бына Раббы көнө килә! Эй Йәрүсәлим халҡы, Һинән талап алынған малды Күҙ алдыңда бүлешерҙәр.


Шымығыҙ барығыҙ ҙа Раббы алдында! Раббы Үҙенең мөҡәддәс торлағынан ҡалҡа!


– Бына тиҙҙән ҡыҙыу мейес кеүек көйҙөрөр көн килеп етер. Бөтә тәкәбберҙәр һәм яуызлыҡ ҡылыусылар һалам булыр, киләһе ул көн һәр береһен үртәп бөтөр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – уларҙан тамыр ҙа, ботаҡ та ҡалмаҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ