6 Раббыға эйәреүҙән баш тартҡан, Уны эҙләмәгән, Уға ынтылмағандарҙы юҡ итәм».
Раббы Үҙенең мөҡәддәс ҡорамында, Раббының тәхете – күктә. Күҙҙәре үткер: әҙәм балаларын күреп тора; Ҡараштары уларҙы һынап баға.
Күҙ йәше менән орлоҡ сәскәндәр Шатланышып уңыш урыр;
Һин Раббыға инан, яҡшылыҡ ҡыл; Ошо ерҙә төйәкләнеп, тоғролоҡта ғүмер кисер.
Гонаһ ҡылған ҡәүемгә, Енәйәттәре ауыр халыҡҡа, Яуыздар тоҡомона, Боҙоҡ балаларға ҡайғы! Улар Раббыны ташланы, Исраилдың Изгеһен һанға һуҡманы, Уға арҡалары менән боролдо.
Ә һин, Яҡуп, Мине саҡырманың, Һин Минән ауырһындың, Исраил!
Көнсығыштан арамиҙарҙы, Көнбайыштан пелештиҙәрҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Улар, ауыҙҙарын киреп, Исраилды һоғондо. Быларҙан һуң да Раббының асыуы ҡайтманы, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалды.
Әммә халыҡ үҙен туҡмаған Раббыға боролманы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһын эҙләмәне.
Асыуыңды Һине танымаған ҡәүемдәргә, Исемең менән саҡырмаған ҡәбиләләргә түк. Сөнки улар Яҡуп нәҫеленең башын ашаны, Уны тотош йоттолар, юҡ иттеләр, Төйәктәрен пыран-заран килтерҙеләр.
Һин Мине ташланың, – тип белдерә Раббы. – Миңә һыртың менән боролдоң. Шуға ла Мин һиңә ҡул күтәрәм, һәләк итәм; Мин һине йәлләп арыным.
Минең халҡым ике енәйәт эшләне: Мине – тере һыу инешен – ташланы, Үҙенә һыу йыйырға таш ҡаяла соҡор, Һыу тота алмаҫтай ярыҡ соҡор, уйҙы.
Үҙеңде етәкләп барған Аллаң Раббыны ташлауың менән Үҙ башыңа быларҙы килтерҙең түгелме?
Быларҙың барыһына ҡарамаҫтан, Исраилдың хаин һеңлеһе Йәһүҙәнең дә Миңә боролоуы ысын күңелдән түгел ине, ул бары тоғро булып ҡыланды ғына, – тип белдерә Раббы.
Әгәр тоғро кеше тоғро юлынан тайпылып, яуызлыҡ эшләһә, Мин уның ҡаршыһына абыныу ташы ҡуйғас, ул үлер. Һин уны киҫәтмәгәнгә күрә, ул үҙ гонаһы өсөн үлер, эшләгән яҡшы ғәмәлдәре иҫәпкә алынмаҫ. Әммә уның ҡаны өсөн яуаплылыҡты Мин һинең өҫтөңә һаласаҡмын.
Халҡым гел Минән ситкә тайпылыу юлын ҡыуа, Улар һындарын „Бейек Алла“ тиҙәр, Ләкин был һын уларҙың береһен дә күтәрмәҫ.
Исраилдың тәкәбберлеге Үҙенә ҡаршы шаһитлыҡ ҡыла. Ләкин улар Аллалары Раббыға ҡайтманы, Хатта Уны эҙләмәне.
Улар барыһы, мейестәй ҡыҙып, Хакимдарын уттай йота, Бөтә батшалары ҡолап бөттө – Араларынан һис кем Мине саҡырмай.
Ул әйткәндәргә ҡолаҡ һалманы, Һабаҡ алманы, өмөтөн Раббыға бағламаны, Аллаһына һыйынманы.