Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сефанъяһ 1:5 - Башкирский ВЗ (неполный)

5 Өй баштарында күк есемдәренә сәждә ҡылған, Мин Раббыға сәждә ҡылып, Уға тоғролоҡҡа ант иткән, Шулай уҡ Милкомға ла табынып, вәғәҙәләр биргәндәрҙе,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Өй баштарында күк есемдәренә сәждә ҡылған, Мин Раббыға сәждә ҡылып, Уға тоғролоҡҡа ант иткән, Шулай уҡ Милкомға ла табынып, вәғәҙәләр биргәндәрҙе,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сефанъяһ 1:5
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күренмештәр үҙәнлеге тураһында әүлиәлек. Эй ҡала халҡы, ни булды, Бөтәгеҙ ҙә өй түбәләренә менгәнһегеҙ?


Ҡайһылары: ‘Мин – Раббыныҡы’, – тип әйтер; Икенселәр Яҡуп исеме менән аталыр; Берәүҙәре ҡулдарына: ‘Раббыныҡы’, – тип яҙыр ҙа Исраил исемен алыр“».


Мин Үҙемдең барлығым менән ант итәм, Ауыҙымдан сыҡҡан һүҙ ғәҙел, ул бушҡа сыҡмаҫ: „Минең алда һәр кем теҙ сүгәсәк, Һәр тел Минең исемем менән ант итәсәк!“


Тыңлағыҙ, эй Яҡуп йорто, Исраил исеме менән аталғандар, Йәһүҙәнең орлоғонан таралғандар! Раббы исеме менән ант итәһегеҙ, Исраил Аллаһын саҡыраһығыҙ, Әммә тоғролоҡ һәм тәҡүәлектән алыҫһығыҙ.


Әгәр ул сит халыҡтар Минең халҡымдың йолаларын яҡшы өйрәнһәләр, халҡымды Бәғел исеме менән ант итергә өйрәткән кеүек «Тере Раббы шаһит» тип Минең исемем менән ант итһәләр, халҡым араһында урынлашып ҡалырҙар.


Йәрүсәлимдең йорттары, Йәһүҙә батшаларының һарайҙары Төфәҫ кеүек нәжес булыр. Сөнки уларҙың баштарында күк есемдәренә бағышлап хуш еҫ төтәттеләр, башҡа илаһтарға түкмә ҡорбандары килтерҙеләр“».


Ҡаланы ҡамауҙа тотҡан халдейҙар, инеп, уға ут төртөрҙәр, йорттарын яндырырҙар. Шул йоттарҙың түбәләрендә Йәрүсәлим халҡы Мине асыуландырып, Бәғел хөрмәтенә хуш еҫ төтәтеп, сит илаһтарға бағышлап, шарап ҡорбандары түгә ине бит!


Ихлас, ғәҙел һәм тоғро рәүештә „Тере Раббы шаһит!“ тип ант итһәң, Шул сағында ҡәүемдәр Минең фатихамды алырҙар, Минең менән маҡтанырҙар».


Ғаммон халҡы тураһында. Раббы былай ти: «Исраилдың улдары юҡмы әллә? Уның вариҫы юҡмы? Ни өсөн илаһ Милком Ғадты биләмәһе итеп алған? Ниңә уның халҡы Ғад ҡалаларында йәшәй?


Улар: „Тере Раббы шаһит!“ – тип әйтһәләр ҙә, Асылда, биргән анттары ялған».


«Нисек Мин һине ғәфү итәйем, Исраил? Балаларың Мине ташланы, Алла булмағандар менән ант итәләр. Мин уларҙы туйҙырҙым, ә улар зина ҡылды, Фәхишәләрҙең өйҙәренә ағылды.


Шунан Минең исемемә бағышланған ошо йортҡа килеп, хозурыма баҫаһығыҙ ҙа: „Беҙ ҡотолодоҡ!“ – тиһегеҙ. Бындай ерәнгес эштәрегеҙҙе дауам итер өсөнмө?


Урлашаһығыҙ, кеше үлтерәһегеҙ, зина ҡылаһығыҙ, ялған ант бирәһегеҙ, Бәғелгә хуш еҫ төтәтәһегеҙ, үҙегеҙ элек белмәгән илаһтарға эйәрәһегеҙ.


Уларҙың һөйәктәре үҙҙәре яратҡан, хеҙмәт иткән һәм арттарынан эйәргән, кәңәш һораған, алдарында сәждә ҡылған ҡояштың, айҙың, башҡа күк есемдәренең аҫтында туҙрап ятыр. Ул һөйәктәрҙе бер кем дә йыйып алып ерләмәҫ, тупраҡ өҫтөндә тиреҫ булып ята бирерҙәр.


Йөрәктәре шылғаяҡҡа әйләнде – Инде ғәйептәре өсөн язаланасаҡтар: Раббы ҡорбан усаҡтарын туҙҙырып ташлар, Табыныу бағаналарын емерер.


Һин, Исраил, уйнаш итһәң дә, исмаһам, Йәһүҙә ғәйепкә тарымаһа ине. Гилгалға йөрөмәгеҙ, Бейт-Ауенға сыҡмағыҙ, Унда: „Тере Раббы шаһит!“ – тип ант итмәгеҙ.


Һындарын үҙегеҙ яһап алған илаһ-батшағыҙ Сиккуҫ һәм Кийун йондоҙо менән бергә


Раббы Аллағыҙҙан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, Уға һыйын һәм Уның исеме менән ант ит.


Күҙҙәреңде күккә төбәп, ҡояшты, айҙы һәм йондоҙҙарҙы, – барлыҡ күк ғәскәрен – күргәндә, алданма, эйелеп уларға табынма, сөнки Аллаң Раббы уларҙы күк аҫтындағы башҡа халыҡтарға өлөш итеп тәғәйенләне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ