Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сефанъяһ 1:14 - Башкирский ВЗ (неполный)

14 Раббының бөйөк көнө яҡынлаша! Яҡынлашты, бына-бына килеп етер. Раббы көнө инде һөрән һала – Иң ғәййәр яугирҙәр үкереп илар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Раббының бөйөк көнө яҡынлаша! Яҡынлашты, бына-бына килеп етер. Раббы көнө инде һөрән һала – Иң ғәййәр яугирҙәр үкереп илар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сефанъяһ 1:14
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иңрәй Хешбон һәм Әлғәле, Үкһеүҙәре Яһасҡаса ишетелә. Шуға ла Моав яугирҙәре илаша, Күңелдәрен ҡурҡыу солғап алған.


Ана, хатта ҡаһармандар урамда ярҙам һорап ҡысҡыра, Тыныслыҡ илселәре әсе йәш түгә.


Ҡаланан шау-шыу, Ҡорамдан бер тауыш килә! Дошмандарынан үс алған Раббы тауышы был.


күҙҙәре менән ергә бағырҙар – бөтә ерҙә ҡайғы һәм ҡараңғылыҡ, үлемесле ҡараңғылыҡ. Ҡуйы ҡараңғылыҡҡа бырғалған улар! Әммә иҙелгәндәр өсөн ҡараңғылыҡ булмаҫ.


Көтөүселәрҙең илаған тауыштары, Көтөү башлыҡтарының иңрәүе ишетелә! Раббы уларҙың көтөүлектәрен юҡҡа сығарҙы.


Аһ, ҡайһылай ҡурҡыныс көн! Быға тиклем ундайҙың булғаны юҡ ине – Был Яҡуп нәҫеле өсөн һәләкәт осоро. Әммә был көндән халҡым ҡотолор».


«Тик ни күрәм: ҡаушанылар, Артҡа боролдолар! Иң көслөләре тар-мар ителде, Боролоп ҡарамай ҡаса улар. Тирә-яҡта – дәһшәт! – тип белдерә Раббы.


Ҡалалары баҫып алыныр, Ҡәлғәләре ҡулға төшөр. Ул көн Моав яугирҙәренең йөрәге Тулғаҡтан ғазапланған ҡатын йөрәге һымаҡ тулар.


Шуға күрә уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Был әйтемде Мин юҡҡа сығарам. Бынан ары Исраилда уны ҡулланмаҫтар». Тағы ла әйт уларға: «Барлыҡ күренмештәр ғәмәлгә ашасаҡ көндәр яҡынлаша.


Сөнки ул көн яҡынлашты, Раббының көнө яҡын! Ул көн болотло буласаҡ, Ҡәүемдәрҙең һәләкәт көнө.


Шул ваҡыт етте! Ул көн яҡынлашты! Һатып алған – һөйөнмәһен, һатҡан – көйөнмәһен, сөнки бөтә был өйөрҙөң өҫтөнә асыуым түгеләсәк.


Иҫән ҡалғандар ҡасып ҡотолһа ла, улар тауҙарҙа үҙәнлектәге күгәрсендәр кеүек булыр. Һәммәһе лә үҙ гонаһы өсөн һыҡрар.


О, ул көн! Раббы көнө яҡын! Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе күндергән Һәләкәт булып килә ул!


Мөгөҙ ҡысҡыртығыҙ Сионда, Изге тауымда хәүеф иғлан итегеҙ. Илдә йәшәгән һәр кем тетрәнһен! Сөнки Раббы көнө килә, ул бик яҡын.


Раббы Үҙ ғәскәренең алдында һөрән һалыр. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ Уның сиреүе. Уның һүҙен үтәүселәр ҡеүәтле. Раббының көнө бөйөк, дәһшәтле! Быға кем түҙә алыр?


Раббының бөйөк һәм дәһшәтле көнө килерҙән алда Ҡояш – ҡараңғылыҡҡа, ай ҡанға әйләнер!


Өйөр-өйөр халыҡ – Хөкөм үҙәнендә. Хөкөм үҙәненә Раббы көнө яҡынлаша!


Раббы Сиондан күкрәр, Йәрүсәлимдән гөрһөлдәр. Күк менән ер тетрәп торор. Әммә Раббы Үҙ халҡы өсөн – ышыҡ, Исраилдар өсөн ҡәлғә булыр.


Ул минән: – Нимә күрәһең, Ғамос? – тип һораны. Мин: – Кәрзин тулы өлгөрөп еткән емеш күрәм, – тип яуап бирҙем. Раббы миңә былай тине: «Халҡым Исраил хөкөм өсөн өлгөрөп етте, Башҡаса уны ғәфү итмәйәсәкмен.


Ул көндө, – тип белдерә Раббы, – Балыҡ ҡапҡаһынан һыҡтау, Яңы биҫтәһенән ҡысҡырып илау, Барлыҡ түбәләрҙә бөйөк ҡыйралыш шауы яңғырап торор.


Раббы Хаким хозурында шым бул, Сөнки Уның көнө яҡынлаша, Раббы ҡорбан әҙерләгән инде, Ҡунаҡтары пакланыу йолаһын атҡарҙы.


Бына Мин, Раббының бөйөк һәм дәһшәтле көнө килер алдынан һеҙгә Ильяс пәйғәмбәрҙе ебәрермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ