Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Сефанъяһ 1:13 - Башкирский ВЗ (неполный)

13 Байлыҡ-ниғмәттәре таланасаҡ, Йорттары харабаға әйләнәсәк. Һалған өйҙәрендә йәшәмәҫтәр, Үҫтергән йөҙөмдәренең шарабын эсмәҫтәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Байлыҡ-ниғмәттәре таланасаҡ, Йорттары харабаға әйләнәсәк. Һалған өйҙәрендә йәшәмәҫтәр, Үҫтергән йөҙөмдәренең шарабын эсмәҫтәр».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Сефанъяһ 1:13
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Мин һораным: – Эй Хаким, ҡасанға тиклем? Раббы әйтте: «Ҡалалар, харабаға әйләнеп, йәшәүсеһеҙ, Өйҙәр – кешеһеҙ, был ер тотош бушап ҡалғанға тиклем.


Бөтә илеңдә ҡылынған барлыҡ гонаһтар өсөн Һинең байлығың һәм хазиналарыңды Дошмандарға еңел табыш итеп бирәм, Йәһүҙә.


Һәләкәт артынан һәләкәт ябырыла; Таланды ил, ҡалды харабаға. Көтмәгәндә сатырҙарым емерелде, Уның шаршауҙары юҡҡа сыҡты.


Ана, шырлыҡтан сыҡҡан арыҫлан һымаҡ Халыҡтарҙы һәләк итеүсе юлға сыҡты. Ереңде бушлыҡҡа әйләндерер өсөн Ятҡан урынынан ҡуҙғалды ул. Ҡалаларың емерелер, кешеһеҙ ҡалыр.


Улар һин үҫтергән уңышты, Икмәгеңде ашап бөтөр; Ул-ҡыҙҙарыңдың башына етер; Мал-тыуарыңды тамаҡлар; Йөҙөм һәм инжирыңды ҡалдырмаҫ; Ышанған нығытмалы ҡалаларығыҙҙы Ҡылысы менән емерер.


«Йәрүсәлимде таш өйөмөнә, Сүл бүреләр төйәгенә әйләндерәм. Йәһүҙә ҡалаларын бушлыҡ итәм, Уларҙа йәшәүсе ҡалмаҫ», – ти Раббы.


Ана Сиондан иңрәү тауышы ишетелә: «Беҙ ҡыйратылдыҡ! Мәсхәрәгә ҡалдыҡ, Илебеҙҙе ташлап китергә мәжбүрбеҙ, Йорттарыбыҙ емерелде».


Биләмә ерҙәребеҙ яттар ҡулына күсте, Өйҙәребеҙгә сит-яттар хужа.


Шуға күрә өҫтәренә асыуымды түгәсәкмен, ярһыуым менән яндырып юҡ итәсәкмен, ҡылғандарын үҙҙәренең баштарына төшөрәсәкмен», – тип белдерә Раббы Хаким.


Көмөштәрен урамға сығарып ташларҙар, алтындары нәжес әйбер һымаҡ булыр. Раббының асыуы түгелгән көндә уларҙы алтын менән көмөш ҡотҡара алмаҫ, тамағын туйҙырмаҫ, ҡорһаҡтарын тултырмаҫ, алтын менән көмөш уларҙы гонаһҡа һөйрәкләгән абыныу ташы булды.


Мин быларҙың барыһын да табыш малы итеп ят ҡәүемдәргә, яумал итеп донъялағы яуыз әҙәмдәрҙең ҡулына бирәм дә уларҙы нәжесләйәсәктәр.


Йорттарын тартып алһындар өсөн ҡәүемдәрҙең иң яһилдарын килтерәсәкмен. Мин көслөләрҙең тәкәбберлегенә сик ҡуясаҡмын, уларҙың изге урындары нәжесләнәсәк.


Игенләтә һалым алып, Ярлы-ябағаны бөлдөргәнгә күрә Шымартылған таштан йорттар һалһағыҙ ҙа, Унда йәшәү яҙмаҫ һеҙгә. Гүзәл йөҙөм баҡсалары үҫтереп тә, Шарабынан ләззәтләнеү насип булмаҫ.


Шуға күрә лә һеҙҙең арҡала Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ.


Сәсерһең, ләкин урмаҫһың, Зәйтүн һығырһың, май һөртөнмәҫһең, Йөҙөм иҙерһең, шарабын эсә алмаҫһың.


Ул көндө Мин тупһа аша һикергән һәр кемде, Шулай уҡ хужаларының йортон Золом һәм алдаҡ менән тултырғандарҙы язалайым.


Ҡыҙ йәрәшерһең, әммә уның менән башҡа берәү йоҡлар. Өй һалырһың, әммә унда йәшәй алмаҫһың. Йөҙөм баҡсаһы ултыртырһың, тик емешен ауыҙ итә алмаҫһың.


Йөҙөм баҡсаһы үҫтерерһегеҙ, тәрбиәләрһегеҙ, әммә шарап эсә алмаҫһығыҙ, сөнки уларҙы ҡорт ашап бөтөр.


Һеҙҙе бөлдөрөп юҡ иткәнгә тиклем малығыҙҙы, ерегеҙҙең уңышын ашап бөтөр. Һеҙгә икмәк тә, шарап та, зәйтүн майы ла, һыйырҙарығыҙҙың быҙауҙарын, һарыҡтарығыҙҙың бәрәстәрен дә бирмәҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ