Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Миха 7:17 - Башкирский ВЗ (неполный)

17 Йылан һымаҡ, һөйрәлеүселәр һымаҡ туҙан яларҙар, Ҡалтыранып, үҙ өңдәренән килеп сығырҙар, Эй Аллабыҙ Раббы, улар Һинән ҡурҡып, Дәһшәт эсендә Һинең яғыңа боролорҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Йылан һымаҡ, һөйрәлеүселәр һымаҡ туҙан яларҙар, Ҡалтыранып, үҙ өңдәренән килеп сығырҙар, Эй Аллабыҙ Раббы, улар Һинән ҡурҡып, Дәһшәт эсендә Һинең яғыңа боролорҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Миха 7:17
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әйтә ямандар: «Алла нисек белһен? Ҡайҙан белһен Юғарыларҙан Юғары?»


Улар күктәргә ҡаршы дәғүә белдерә, Телдәре донъяны иңләп гиҙә.


Ҡалҡ, Раббы! Әҙәм заты өҫтөн сыҡмаһын Ҡәүемдәргә хозурыңда хөкөм ҡылынһын!


Шуға ҡеүәтле халыҡтар Һине данлар, Аяуһыҙ ҡәүемдәрҙең ҡалалары ҡурҡып торор.


Батшалар – һине аҫрауға алған ата, Батшабикәләр һөт әсәһе булыр. Баштары ергә тейерҙәй булып алдыңда эйелерҙәр, Аяғыңдың туҙанын яларҙар. Шул саҡ Минең Раббы булғанымды аңларһың. Миңә өмөт бағлағандар оятҡа ҡалмаҫ».


Көнбайышта Раббының исеменән, Ҡояш сығышында Раббының шөһрәтенән ҡурҡырҙар. Сөнки ташҡын һыу һымаҡ килгәндә, Раббының һулышы уны ҡыуыр.


Һине иҙгәндәрҙең балалары Килеп алдыңа эйелер; Һиңә кәмһетеп ҡарағандарҙың һәммәһе, Аяҡтарыңа йығылып, сәждә ҡылыр. Улар һине Раббы ҡалаһы, Исраилдың Изге Аллаһының Сионы тип атар.


Ут нисек сыбыҡ-сабыҡты дөрләтеп ебәрә, Һыуҙы бығырҙатып ҡайната, Дошмандарыңа исемеңде танытыр инең, Ҡәүемдәр аддыңда тетрәп торор ине!


Бүре менән бәрәс бергә утлар, Арыҫлан хас үгеҙ һымаҡ һалам ашар. Йыландың ейгәне тупраҡ булыр. Изге тауымдың бер ерендә лә Бер кем һис зарар килтермәҫ, зыян итмәҫ». Раббы шулай ти.


Улар уйһыуҙарға һәм ҡаялар араһындағы йырындарға, ҡыуаҡлыҡтарға, көтөүлектәргә осоп килеп ҡуныр.


Ә хәҙер уларҙы тоторға бик күп балыҡсылар ебәрәм, – тип белдерә Раббы, – һәм уларҙы балыҡ һымаҡ тотасаҡтар. Шунан һуң бик күп аусылар күндерәм, уларҙы һәр тауҙан, һәр ҡалҡыулыҡтан, ҡая ярыҡтарынан ҡыуалаясаҡтар.


Ер йөҙөндәге бөтә ҡәүемдәр алдында был ҡала Минең өсөн шатлыҡ, маҡтау һәм шөһрәт инешенә әйләнер. Йәрүсәлим халҡына эшләгән бөтә яҡшылыҡтарымды һәм уларға биргән именлекте күреп был ҡәүемдәр ҡурҡыуға ҡалып тетрәнер.


Баш баҫып ергә ҡапланһын – Бәлки әле өмөт барҙыр.


Ярылған тауҙың уртаһындағы үҙән буйлап ҡасырһығыҙ, сөнки үҙән Азалға тиклем һуҙылыр. Һеҙ Йәһүҙә батшаһы Ғуззияһ заманында булған ер тетрәүҙән ҡасҡан шикелле йүгерерһегеҙ. Ул көндө Раббы, Аллам минең, Үҙенең бөтә изгеләре менән бергә килер.


Аслыҡтан яфа сигерҙәр, Ҡот осҡос сирҙән, үләттән ҡырылырҙар, Мин яуыз йыртҡыстар, Ағыулы йыландар күндерермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ