Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Миха 6:2 - Башкирский ВЗ (неполный)

2 Тауҙар һәм ерҙең ҡаҡшамаҫ нигеҙҙәре, Ишетегеҙ Раббының дәғүәһен. Раббы Үҙ халҡын хөкөмгә саҡыра, Исраил менән дәғүәләшә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Тауҙар һәм ерҙең ҡаҡшамаҫ нигеҙҙәре, Ишетегеҙ Раббының дәғүәһен. Раббы Үҙ халҡын хөкөмгә саҡыра, Исраил менән дәғүәләшә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Миха 6:2
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эй ҡоло Ибраһимдың тоҡомо, Ул һайлаған Яҡуп улдары, Ул ҡылған мөғжизәләрҙе, Ул биргән билдәләрҙе, Теленән төшкән хөкөм һүҙҙәрен онотмағыҙ!


Ул һыу ташып сыҡмаһын тип, диңгеҙгә ярҙар ҡуйғанда, ергә нигеҙ һалған саҡта –


«Әйҙә килегеҙ, инде бергәләп уйлашайыҡ, – ти Раббы, – Гонаһтарығыҙ ҡан-ҡыҙыл төҫтә булһа, Ҡар һымаҡ салт аҡ ҡалырҙар. Әгәр улар ҡарағусҡыл ҡыҙыл икән, Ап-аҡ йөн кеүек булырҙар.


Раббы дәғүәһен белдерер өсөн, Халыҡтарҙы хөкөм итер өсөн әҙер тора.


Дәғүәңде иҫемә төшөр, хөкөмләшәйек; Үҙеңдең хаҡлығыңды иҫбат ит, һөйлә!


Инде, эй Йәрүсәлимдә йәшәгәндәр, Йәһүҙәне төйәк иткәндәр, Минең менән баҡсам араһында хөкөмдар булығыҙ!


Шуға һеҙҙең менән дәғүәләшәм, – тип белдерә Раббы. – Хатта улдарығыҙҙың улдарына ла дәғүә ҡуясаҡмын!


Был гөрһөлдәү ерҙең сиктәренә барып етер, Сөнки Раббы ҡәүемдәргә дәғүә ҡуйыр; Һәр бер йән эйәһе менән хөкөмләшер, Яуыздарҙы ҡылыстан үткәрер», – тип белдерә Раббы.


Раббы былай ти: «Юғарыла күкте үлсәп булһа, Аҫта ерҙең нигеҙҙәре өйрәнеп бөтөлһә, Шул саҡта ғына бөтә ҡылғандары өсөн Мин Исраил тоҡомонан ваз кисермен», – тип белдерә Раббы.


Йәһүҙәгә лә Раббының дәғүәһе бар; Ҡылған ҡылыҡтары өсөн Яҡупҡа язаһын бирер Раббы; Ғәмәлдәренең әжерен бирер.


Әсә ҡарынында туғанының үксәһенән тотто, Ир ҡоронда Алла менән алышты,


Эй исраилдар, тыңлағыҙ Раббы һүҙен: Раббы ошо ерҙәге кешеләр менән дәғүәләшә, Сөнки был ерҙә тоғролоҡ та, мөхәббәт тә, Алланы танып белеү ҙә юҡ.


Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ: Тороғоҙ, дәғүәгеҙҙе тауҙар алдында белдерегеҙ, Ҡалҡыулыҡтар ишетһен тауышығыҙҙы.


Сөнки асыуымдан ут тоҡанды, Үлеләр донъяһының тәрәнлектәренә тиклем яныр. Ер йөҙөн, емештәрен йотоп юҡ итер, Тауҙарҙың нигеҙенә тоташыр.


бөгөн һеҙгә ер менән күкте шаһит ҡылып әйтәм, һеҙ Иордан аръяғына сығып биләмәгә аласаҡ ерегеҙҙе бик тиҙ юғалтырһығыҙ, унда оҙаҡ йәшәй алмаҫһығыҙ, мотлаҡ юҡ ителерһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ