Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Миха 5:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Бихисап халыҡтар араһында Раббының ысығы һымаҡ, Һис кем уйламаған, көтмәгәндә Килеп яуған ҡойма ямғыр кеүек булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Бихисап халыҡтар араһында Раббының ысығы һымаҡ, Һис кем уйламаған, көтмәгәндә Килеп яуған ҡойма ямғыр кеүек булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Миха 5:7
40 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уның ғәмәлдәре дәрәжә һәм шөһрәт, Хәҡиҡәте иһә мәңгелек.


Күк менән ерҙе яратҡан Раббы Фатихалаһын һеҙҙе Сиондан.


Тәкәбберлек уларҙың муйындарында мәрйен һымаҡ, Залимлыҡҡа кейем һымаҡ төрөнгәндәр.


Батшаның ярһыуы гүйә арыҫлан ырылдауы, ә илтифаты үләндәге ысыҡ һымаҡ.


Былар юғарынан өҫтөбөҙгә Рух түгелгәнгәсә дауам итер. Артабан сүл – емеш баҡсаһына, Баҡса булған ерҙәр урманға әйләнер.


Сарсаған тупраҡты һуғарырмын, Ҡоро ерҙә шишмәләр ағыҙырмын; Тоҡомоңа Рухымды түгермен, Затыңа фатихамды яуҙырырмын.


Күктән яуған ямғыр һәм ҡар ергә төшә, Үҫемлектәр үҫтерһен, уңдырышлы булһын, Сәсеүсегә орлоҡ, ашаусыға икмәк бирһен өсөн Тупраҡты һуғара, ә ҡабаттан күккә күтәрелмәй.


Араларына бер билдә ҡуясаҡмын. Иҫән ҡалғандарының ҡайһыларын ҡәүемдәргә – Таршишҡа, Пулға, йәйә киргәндәр иле Лудҡа, Тувалға, Яуанға, даным хаҡында ишетмәгән, шөһрәтемде күрмәгән алыҫтағы диңгеҙ буйҙарындағы халыҡтарға ебәрәсәкмен. Улар Минең шөһрәтемде был ҡәүемдәргә бәйән итәсәк.


Ҡәүемдәрҙең файҙаһыҙ боттары ямғыр яуҙыра аламы? Күк үҙенән үҙе ямғыр ҡоя? Ошоларҙың барыһын да эшләгән Һин түгелме, Аллабыҙ Раббы? Ышанысыбыҙ тик Һиндә генә – былар бары Һинең ҡөҙрәтеңдә.


Әммә унда иҫән ҡалғандар булыр. Тере ҡалған улдар һәм ҡыҙҙарҙы ҡаланан алып сығырҙар һәм улар һеҙҙең янға килер. Шунда һеҙ уларҙың ҡыуған юлдарын һәм ҡылған ғәмәлдәрен күрерһегеҙ һәм Мин Йәрүсәлимгә ебәргән бәләнең, уға ебәргән бөтә нәмәнең сәбәбен аңлап йыуаныс табырһығыҙ.


Унан теге кеше мине яңынан ҡорамға инә торған урынға алып килде. Ҡараһам, ҡорамдың тупһаһы аҫтынан көнсығышҡа табан, ҡорам ҡараған яҡҡа, бер шишмә ағып сыға. Һыу ҡорамдың уң яғынан, аҫтан ағып сығып, ҡорбан усағының көньяғынан үтә ине.


Раббы Хаким былай ти: «Был – Йәрүсәлим! Мин уны ҡәүемдәрҙең уртаһына урынлаштырҙым, башҡа илдәр Исраил тирәһендә йәшәне.


Килешеүгә хыянат иткәндәрҙе ул юхалап үҙенә ҡаратыр. Әммә үҙ Аллаһына тоғролар көслө булыр һәм уға ҡаршы торор.


Раббы былай ти: «Мин уларҙы хыянаттан дауалармын, Ихлас һөйөү менән яратырмын, Сөнки уларға булған асыуым ҡайтты инде.


Әйҙәгеҙ, белем-тәжрибә туплап, Раббыны танып белергә ынтылайыҡ. Уның килеүе көн һайын таң атҡан һымаҡ уҡ ышаныслы. Ул ерҙе һуғарған шифалы ямғыр, Ҡойма ямғыр шикелле беҙгә килер».


Ул заманда Раббыны исеме менән саҡырғандар барыһы ла ҡотолор, сөнки Раббы әйткәнсә, Сион тауында һәм Йәрүсәлимдә ҡотолоп иҫән ҡалыусылар һәм улар араһында Раббы Үҙе саҡырғандар булыр.


Яуызлыҡты кире ҡағып, яҡшылыҡты үҙ итегеҙ, Ҡала ҡапҡаһы янында хак хөкөмдө тергеҙегеҙ, Бәлки, шул саҡ Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, Йософ нәҫеленең иҫән ҡалғандарын аяр.


Эй Яҡуп нәҫеле, Мин һеҙҙе мотлаҡ бергә туплайым, Исраилдың иҫән ҡалғандарын йыйып алам. Аҙбарҙағы – һарыҡ, көтөүлектәге мал һымаҡ Илегеҙ кешеләр менән тулыр.


«Тор, Сион-ҡыҙ, ашлыҡ һуғырға тотон, – ти Раббы, – Һине башмаҡ шикелле тимер мөгөҙлө, баҡыр тояҡлы итәм: Бихисап халыҡты иҙеп саң итерһең, Уларҙың яумалын Раббыға, Мөлкәтен бөтә ер йөҙөнөң Хакимына Бағышлап харам ҡылырһың.


Аҡһағын иҫән ҡалған өлөш итермен, Аҙашҡанын ҡеүәтле халыҡҡа әйләндерермен. Ошо көндөн башлап мәңгелеккә Мин Раббығыҙ Сион тауында уларға хакимлыҡ ҡылырмын.


Хаҡтыр: йөклө ҡатын балаһын тапҡанға Һәм исраилдар янына барлыҡ туғандары Әйләнеп ҡайтҡанға тиклем Раббы исраилдарҙы дошман ҡулына тапшырыр.


Яҡуп нәҫеленең иҫән ҡалғандары Ҡәүемдәр, бихисап халыҡтар араһында, Урман кейектәре араһындағы арыҫлан, Һарыҡ көтөүе эсендәге йәш арыҫлан булыр: Бер ташланһа – өҙөп, тетеп ташлар, Бер кем уға ҡаршы тора алмаҫ, ярҙам итмәҫ.


Һинең һымаҡ гонаһтарҙы ярлыҡаған, Үҙ халҡының иҫән ҡалғандарының ғәйебен ғәфү ҡылған, Мәңгелеккә асыуын тотмаған, Тоғро һөйөүенән ләззәт алған Һинең һымаҡ башҡа алла бармы?


Исраилдың тере ҡалғандары Ғәҙелһеҙлек ҡылмаҫ, ялған һөйләмәҫ, Ауыҙҙарында мәкерле һүҙ булмаҫ. Яланда утлап йөрөгән ҡуйҙар һымаҡ Тамаҡтары туйғас, ятып ял итерҙәр, Уларҙы һис кем ҡурҡытмаҫ».


Ул көн Йәрүсәлимдән йәшәү биргән һыуҙар ағыр. Һыуҙарҙың яртыһы көнсығыш диңгеҙгә, икенсе яртыһы көнбайыш диңгеҙгә ағыр. Йәйен-ҡышын шулай булыр.


Йәһүҙәне йәйәмде киргәндәй кирәм; Ә Әфраимды уҡ итеп уға терәйем. Улдарыңды, Сион, Яуан улдарына ҡаршы аяҡҡа баҫтырам, Һине яугирҙең ҡылысы итәм.


Нәсихәтем ямғыр һымаҡ яуһын, Ысыҡ кеүек төшһөн телмәрем; Йәшеллеккә яуған ләйсән булһын, Ҡойма ямғыр – үләндәргә ҡойған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ