Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Миха 5:4 - Башкирский ВЗ (неполный)

4 Шул саҡ Раббының ҡөҙрәте менән, Аллаһы Раббының данлы исеменә сорналып көтөүсе килер, Исраил халҡы хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәр, Сөнки Ул заттың даны бөтә донъяға таралыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Шул саҡ Раббының ҡөҙрәте менән, Аллаһы Раббының данлы исеменә сорналып көтөүсе килер, Исраил халҡы хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәр, Сөнки ул заттың даны бөтә донъяға таралыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Миха 5:4
37 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар ҡапыл ғына юҡҡа сығыр, Дәһшәт эсендә һеперелеп түгелер.


Мыҫҡыл менән, нәфрәт сәсеп һөйләшәләр, Кешегә эреләнеп, янап ҡарайҙар.


Йә Раббы, эй үс алыусы Алла! Үс алыусы Алла, сәс нурыңды!


Данлаһындар бөйөк һәм дәһшәтле исемеңде. Ул мөҡәддәс!


Уның әйткәндәрен иғтибар менән тыңла, ҡарышлашма. Мин уны Үҙ исемемдән ебәрҙем, шуға күрә, башбаштаҡлығыңды ғәфү итмәҫ.


Эй донъяның һәр тарафы, Миңә боролоғоҙ – ҡотҡарылырһығыҙ. Сөнки Алла Мин һәм башҡаһы юҡ!


Яҡуп нәҫелен Үҙенә кире ҡайтарыр, Исраилды Үҙ янында туплар өсөн Раббы мине әсәм ҡарынында уҡ Үҙ ҡоло итеп яратты. Уның күҙендә шөһрәт ҡаҙандым, Аллам минең көс-ҡөҙрөтем булды.


Раббы бөтә ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Мөҡәддәс ҡулының ҡөҙрәтен күрһәтте; Донъяның һәр бер тарафы Аллабыҙҙың ҡотҡарғанын күрер.


«Бына, Минең ҡолом уңыш ҡаҙаныр, Ул ҡалҡыр, күтәрелер, бөйөк булыр.


Мин Хаким, Евфраттың ҡөҙрәтле ташҡын һыуҙарын – Ашшур батшаһы менән уның ҡеүәтен – Был халыҡтың өҫтөнә ебәрәм. Ошо ташҡын бөтә үҙәндәрҙе тултырып, Ярҙарынан ташып сығыр,


Йә Раббы, ҡулыңдағы таяғың менән Үҙ халҡыңды – өлөшөң булған көтөүеңде – көт. Тирә-яҡта уңдырышлы ерҙәр булһа ла, Улар урман шырлығында яңғыҙ көн күрә. Инде улар элекке дәүерҙәрҙәге һымаҡ Башан менән Ғилғәдтә утлап йөрөһөн.


– Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Үҙемә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен.


Әфраимдың яу арбаларын, Йәрүсәлимдең аттарын юҡ итермен. Һуғыш йәйәләре һыныр. Батша халыҡтарға тыныслыҡ иғлан итер; Хакимлығы бер диңгеҙҙән икенсе диңгеҙгә, Евфраттан ер сигенә тиклем йәйрәп ятыр.


Үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ быны, «Раббы Исраилдан ситтә лә бөйөк!» – тиерһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ