12 Арағыҙҙа сихырҙы бөтөрөрмөн, Күрәҙәселәрең юҡҡа сығыр,
12 Арағыҙҙа сихырҙы бөтөрөрмөн, Күрәҙәселәрең юҡҡа сығыр;
Боттар тулыһынса юҡҡа сығасаҡ.
Ул көндө кешеләр, ер йөҙөн тетрәтер өсөн ҡалҡҡан Раббының дәһшәте һәм бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып, Табыныр өсөн яһаған алтын һәм көмөш боттарын Һуҡыр сысҡан һәм ярғанаттарға ташлап, Ҡаялағы ярыҡтарға, тарлауыҡтарға боҫасаҡ.
Боттарға ҡорбан килтергән усаҡтарын Аҡташ һымаҡ онтап бөтһә, Ашераға ҡуйылған ҡолғаларҙы, Хуш еҫ төтәтеү усаҡтарын емерһә, Гонаһынан арыныуының билдәһе шул булыр, Яҡуп нәҫеленең ғәйебе шуның менән пакланыр.
Ҡалған ағастан үҙенә илаһ, Уйып бот яһап ала ла, Ергә ҡапланып, уға табына: «Мине ҡотҡар, һин бит минең илаһым», – тип доға уҡый.
Өйҙәреңде үртәрҙәр, һине бик күп ҡатындар алдында язаларҙар. Мин һинең фәхешлегеңә сик ҡуясаҡмын, башҡаса уйнаштарыңа бүләк өләшмәҫһең.
Өҫтөгөҙгә саф һыу һирпермен, бөтә әшәкелектәрегеҙҙән таҙарынырһығыҙ. Бөтә боттарығыҙҙан арындырырмын һеҙҙе.
Ул көндө Дауыт нәҫелен һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе гонаһтан һәм бысраҡлыҡтан паклау өсөн бер шишмә урғылып сығыр.
Һеҙ барып ерҙәрен аласаҡ ҡәүемдәр күрәҙәселәрҙең һәм сихырсыларҙың һүҙен тыңлай. Әммә Аллағыҙ Раббы һеҙгә быны рөхсәт итмәне.