Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Миха 3:8 - Башкирский ВЗ (неполный)

8 Мин иһә Яҡупҡа енәйәттәрен, Исраилға гонаһтарын әйтер өсөн Көс менән, Раббының Рухы менән, Хаҡлыҡ һәм батырлыҡ менән тулымын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Мин иһә Яҡупҡа енәйәттәрен, Исраилға гонаһтарын әйтер өсөн, Көс менән, Раббының Рухы менән, Хаҡлыҡ һәм батырлыҡ менән тулымын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Миха 3:8
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тамаҡ ярып ҡысҡыр, һис тартынма, Тауышың борғолай яңғыраһын; Халҡыма – енәйәттәрен, Яҡуп нәҫеленә гонаһтарын белдер!


Раббы Хакимдың Рухы минең өҫтөмдә, Сөнки Раббы мине мәсехләне; Мохтаждарға һөйөнөслө хәбәр еткерергә, Йөрәге йәрәхәтлеләрҙең яраларын бәйләргә, Әсирҙәргә азатлыҡ иғлан итергә, Тотҡондарға ирек хәбәрен әйтергә тип ебәрҙе.


Раббының шәфҡәт күрһәтә торған йылын, Аллабыҙҙың үс аласаҡ көнөн белдерергә, Хәсрәтлеләрҙе йыуатырға,


Бына, Мин бөгөн һине Нығытмалы ҡала, тимер бағана, Баҡыр диуар итеп бөтә был илгә – Йәһүҙәнең батшалары, түрәләренә, Ҡаһиндарына, ил халҡына ҡаршы ҡуйҙым.


Әгәр ҙә мин: «Башҡаса Уны иҫкә алмайым, Инде Уның исеменән һөйләмәйем», – тиһәм, Һинең һүҙең эсемдә ялҡындай дөрләп яна, Елегемә үтеп өтөп ала, Уны эстә тоторға маташып, хәлдән тайҙым, Инде әмәлем ҡалманы.


Мин Раббының асыуына тулышҡанмын, Уны башҡаса тотоп тыя алмайым». Раббы былай ти: «Асыуымды урамдағы балаларға түк, Йыйылышҡан егеттәрҙең өҫтөнә ауҙар! Ир менән ҡатын да, өлкән кеше лә, Көндәре һанаулыһы ла ҡотола алмаҫ.


Пәйғәмбәрҙәрең һинең өсөн буш һәм ялған күренмештәр күрҙе, Һиңә имен тормошто ҡайтарыр өсөн Ғәйебеңде улар фашламаны, Ул пәйғәмбәрҙәр һине юлдан яҙҙырҙы, Һиңә ялған хәбәрҙәр еткерҙе.


– Эй әҙәм улы, Йәрүсәлимгә, уның ерәнгес ғәмәлдәрен белдереп, һөйлә.


Хөкөм ҡылаһыңмы уларға, эй әҙәм улы, дәғүәләшәһеңме улар менән? Аталарының ерәнгес эштәрен һөйләп бир уларға.


– Ә һин, эй әҙәм улы, Йәрүсәлимде хөкөм итмәйәсәкһеңме ни? Ҡан түгеүсе был ҡаланы хөкөм итмәҫһеңме? Әйҙә, бөтә ерәнгес эштәрен уға белдер.


Раббы миңә былай тине: – Эй әҙәм улы, Оһола менән Оһоливаны хөкөм ҡыласаҡһыңмы? Улайһа уларға ерәнгес эштәрен иғлан ит.


Рух мине күтәрҙе лә алып китте. Раббының көслө ҡулы өҫтөмдә булған хәлдә әсенеш һәм асыу менән киттем.


Эй әҙәм улы, һин барып Исраил халҡына был ҡорамды тасуирлап бир, улар ҡорамдың һыҙмаһы менән танышһындар. Ҡылған гонаһтарынан оялһындар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ