Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Миха 3:4 - Башкирский ВЗ (неполный)

4 Ләкин шундай көн килер – Раббыға ялбарырһығыҙ, Әммә Ул һеҙгә яуап ҡайтармаҫ. Золом ҡылғанығыҙ өсөн Ул һеҙҙән йөҙөн йәшерер».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

4 Ләкин шундай көн килер – Раббыға ялбарырһығыҙ, Әммә Ул һеҙгә яуап ҡайтармаҫ. Золом ҡылғанығыҙ өсөн, Ул һеҙҙән йөҙөн йәшерер».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Миха 3:4
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунда мине саҡырырҙар – өндәшмәҫмен, эҙләп-эҙләп тә таба алмаҫтар.


Ҡанунға ҡолаҡ һалырға теләмәгән заттың доғаһы ла Раббы өсөн ерәнгес.


Ҡулығыҙҙы һоноп, Миңә ялбарғанда, Инде һеҙҙән күҙемде йәшерәм. Күпме доға ҡылһағыҙ ҙа тыңламайым – Сөнки усығыҙ тулы ҡан.


Яуыз әҙәмдәрҙең – башына ҡайғы! Улар бәхетһеҙ. Ҡылғандарының ҡоһорон күрерҙәр.


Шуға күрә Раббы былай ти: «Мин уларҙың баштарына ҡотола алмаҫлыҡ бәлә-ҡаза ебәрәм! Мине ярҙамға саҡырырҙар, әммә уларҙы ишетмәйәсәкмен.


Ураҙа тотһалар ҙа, Мин уларҙың зарҙарын тыңламаясаҡмын. Тотош яндырыу ҡорбаны килтерһәләр ҙә, икмәк саҙаҡаһы һонһалар ҙа ҡабул итмәйем. Мин уларҙы ҡылыс менән, аслыҡ менән, үләт менән ҡырып ташлайым.


«Унда йәшәүселәр халдейҙар менән һуғышырға йыйына. Әммә был йорттар мәйеттәр менән тулыр. Мин ҡала халҡын асыуланып һәм ажарланып һәләк итәсәкмен. Уларҙың бөтә яуызлыҡтары арҡаһында Мин был ҡаланан йөҙөмдө йәшерҙем.


Пәйғәмбәрҙәр ялған пәйғәмбәрлек итә; Ҡаһиндар үҙҙәренсә хакимлыҡ ҡыла; Ә Минең халҡыма быларҙың барыһы оҡшай. Әммә ахырҙа һеҙ нимә эшләрһегеҙ икән?»


Шуға күрә Мин дә уларға ҡарата асыу менән эш итәсәкмен, һис тә йәлләп тормаясаҡмын, мәрхәмәт күрһәтмәйәсәкмен. Инде Мине ни тиклем ҡысҡырып саҡырһалар ҙа ҡолаҡ һалмаясаҡмын.


Юраусылар – оятҡа, Күрәҙәселәр хурлыҡҡа ҡалыр, Минән яуап ала алмағанға күрә Оялыштан йөҙҙәрен ҡапларҙар».


Әммә унда йәшәгәндәр арҡаһында, Уларҙың ғәмәлдәренә күрә Был ерҙәр бушлыҡҡа әйләнер.


Раббы уларҙы саҡырғанда, тыңламанылар. «Улар саҡырғанда Мин дә уларҙы тыңламаным, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ