Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Миха 1:8 - Башкирский ВЗ (неполный)

8 Шуға күрә мин илап һыҡтармын, Ялан аяҡ, ялан өҫ йөрөрмөн. Ҡайғым ҡаты – сүл бүреһеләй олойом, Төнгө ябалаҡтай ухылдайым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

8 Шуға күрә мин илап һыҡтармын, Ялан аяҡ, ялан өҫ йөрөрмөн. Ҡайғым ҡаты – сүл бүреһеләй олойом, Төнгө ябалаҡтай ухылдайым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Миха 1:8
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы бөтә иҙелгәндәргә Хаҡлыҡ һәм ғәҙеллек ҡыла.


Унда бары ҡырағай хайуандар ятыр, Өйҙәргә өкөләр тулыр, Дөйәғоштар оя ҡорор, Тәкәләре уйнаҡлап йөрөр.


Уның ҡәлғәләрендә – һыртландар, Затлы һарайҙарында сүл бүреләре олор. Бабилдың ахыры яҡын инде, Көндәре һанаулы ғына ҡалды.


Шуға Сивма йөҙөмдәре өсөн Мин Яғзер менән бергә илайым. Һеҙҙе күҙ йәштәремә сылатам, Эй Хешбон менән Әлғәле ҡалалары! Сөнки һеҙҙең емеш йыйғандағы, иген урғандағы Шатлыҡлы ауаздарығыҙ туҡтаны.


Күргәндәремдән билемә сәнсеү ҡаҙалды, Тулғаҡ тотҡан ҡатын һымаҡ ғазап алды. Ишеткәндәремдән ҡалтырап төштөм, Дәһшәткә төштөм күргәндәремдән.


Шуға күрә былай тинем: «Яңғыҙымды ғына ҡалдырығыҙ, Әрнеп-әсенеп илайым, Ғәзиз халҡым һәләк булған саҡта Мине йыуатырға маташмағыҙ».


Эй ғәмһеҙҙәр, тетрәнегеҙ! Вайымһыҙҙар, дер ҡалтырап тороғоҙ! Кейемдәрегеҙҙе сисеп ташлап, Тупаҫ туҡымаға уранығыҙ.


Эскенәйем яна! Йәнем әрней. Ғазап талай йөрәгемде! Өнһөҙ ҡала алмайым мин, Дошмандың борғо тауышын, Яу ауазын ишетеп күңелем тетрәнә.


Әгәр ҙә башым – инеш, Күҙҙәрем йәш шишмәһе булһа Бисара халҡымдың үлтерелгәндәре өсөн Көнө-төнө илар инем!


Мин тауҙар өсөн илап йәш түгәм, Далалағы көтөүлектәр тип һыҡтайым! Улар барыһы ла көйөп бөткән, Ул ерҙән һис кем йөрөмәй. Һыйырҙарҙың мөңрәгәне ишетелмәй; Һауалағы ҡош, януарҙар – барыһы ла ҡасып бөткән.


Ана Сиондан иңрәү тауышы ишетелә: «Беҙ ҡыйратылдыҡ! Мәсхәрәгә ҡалдыҡ, Илебеҙҙе ташлап китергә мәжбүрбеҙ, Йорттарыбыҙ емерелде».


– Эй әҙәм улы, Мысырҙың өйөр-өйөр халҡы өсөн ҡайғырып ила. Уны һәм ҡеүәтле ҡәүемдәрҙең ҡыҙҙарын үлем соҡорона төшкәндәр менән бергә түбәнге донъяға оҙат.


Ул көндө һеҙҙе ғибрәт итеп һөйләрҙәр, Хәсрәтле йыр һүҙҙәрен ҡабатлап үсекләрҙәр: „Таланылар беҙҙе, таланылар! Минең халҡымдың өлөшөн һаталар! Ҡайғы беҙгә! Еребеҙ тартып алына! Баҫыуҙарыбыҙҙы беҙҙе әсиргә алғандарға өләшәләр“.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ