Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Миха 1:6 - Башкирский ВЗ (неполный)

6 – Шуға күрә Мин Самарияны харабаға – Йөҙөм ағастары үҫтерә торған урынға әйләндерәм. Ҡала таштарын үҙәнгә быраҡтырам, Нигеҙенә тиклем емерәм, – ти Раббы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 «Шуға күрә Мин Самарияны харабаға – Йөҙөм ағастары үҫтерә торған урынға әйләндерәм. Ҡала таштарын үҙәнгә быраҡтырам, Нигеҙенә тиклем емерәм, – ти Раббы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Миха 1:6
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дамаск хаҡында әүлиәлек. «Бына, Дамаск ҡалалар иҫәбенән юйыласаҡ, Харабалар өйөмөнә әйләнәсәк.


Моавтың бейек диуарҙарын емереп ташлар, Ҡолатыр ҙа саң-туҙанға әйләндерер.


Сөнки Һин ҡаланы бер таш өйөмөнә, Нығытмалы ҡаланы харабаға әйләндерҙең. Ул ҡәлғә яттар ҡалаһы ине, юҡҡа сыҡты, Инде мәңге ҡабат торғоҙолмаҫ.


Самария тауҙарында тағы Йөҙөм баҡсалары ултыртырһың. Уларҙы үҫтергән баҡсасылар Емешен дә үҙҙәре ашап кинәнер.


Эй Бабил, һәләк итеүсе тау, Мин һиңә ҡаршымын! – тип белдерә Раббы. – Эй бар донъяны һәләк итеүсе! Ҡулымды һиңә ҡаршы күтәреп Ҡаяларҙан аҫҡа тәгәрләтәм, Янып-көйгән тауға әйләндерәм.


Бабил таштар өйөмөнә, Сүл бүреләренең төйәгенә, Ҡот осорғос бер урынға, Кеше йәшәмәҫ ергә, мәсхәрәгә әйләнер.


«Йәрүсәлимде таш өйөмөнә, Сүл бүреләр төйәгенә әйләндерәм. Йәһүҙә ҡалаларын бушлыҡ итәм, Уларҙа йәшәүсе ҡалмаҫ», – ти Раббы.


Алтын нисек тоноҡланды. Алтындың иң сафы төҫһөҙләнеп ҡалды. Һәр бер урамдың сатында Изге аҫылташтар аунап ята.


Һеҙ ағартып һылаған диуарҙы ҡолатып ер менән тигеҙләрмен. Уның нигеҙҙәре күренеп ятыр. Диуар ҡолағанда, һеҙ барығыҙ ҙа уның менән бергә һәләк булырһығыҙ. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.


Игенләтә һалым алып, Ярлы-ябағаны бөлдөргәнгә күрә Шымартылған таштан йорттар һалһағыҙ ҙа, Унда йәшәү яҙмаҫ һеҙгә. Гүзәл йөҙөм баҡсалары үҫтереп тә, Шарабынан ләззәтләнеү насип булмаҫ.


Раббы Хаким Үҙе менән ант итә, Раббы, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы былай ти: «Яҡуптың тәкәбберлегенән екһенәм, Уның ҡәлғәләрен күрә алмайым. Бар халҡы менән ҡалаһын Дошман ҡулына тапшырам».


Шуға күрә лә һеҙҙең арҡала Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ.


Һин Үҙ халҡыңды ҡотҡарыр өсөн, Мәсихеңде йолоп алыр өсөн сыҡтың. Яуыз нәҫелдең башлығын иҙҙең, Түбәһенән аяҡ тырнағынаса тунаның. Села


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ