Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Миха 1:13 - Башкирский ВЗ (неполный)

13 Эй Лахишта йәшәгәндәр, Аттарығыҙҙы яу арбаларына егегеҙ. Сион-ҡыҙ гонаһ юлына баҫҡанға Һеҙ сәбәпсе булдығыҙ, Сөнки Исраилдың енәйәттәре һеҙҙән башланды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

13 Эй Лахишта йәшәгәндәр, Аттарығыҙҙы яу арбаларына егегеҙ. Сион-ҡыҙҙың гонаһының башы һеҙ булдығыҙ, Сөнки Исраилдың енәйәттәренә һеҙ ғәйепле.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Миха 1:13
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡаланан сыҡҡас, фәрештәләрҙең береһе Лутҡа былай тине: – Йәнеңде ҡотҡар, артыңа әйләнеп ҡарама. Был тирәлә бер ерҙә лә туҡталма, тауҙарға табан йүгер, юҡһа һәләк булырһың!


– Был халыҡ һиңә нимә эшләне? Ниңә һин уларҙы шундай ауыр гонаһҡа тарыттың? – тип һораны Муса Һарундан.


Мадменаның халҡы ҡасты, Гевимда йәшәүселәр йәшенә.


Шунан Ашшур батшаһы баш вәзирен бик ҙур ғәскәр менән Лахиштан Йәрүсәлимгә, Хизкияһ батшаға ебәрҙе. Баш вәзир Өҫкө быуаның арығы янында Кейеҙсе баҫыуына илткән юлда туҡтаны.


Ул арала баш вәзир үҙенең батшаһының Лахиш ҡалаһынан китеп, әле Ливнаға һөжүм иткәнен ишетте. Уның менән осрашырға шунда йүнәлде.


Миңә хыянат иткән Исраилды зинаһы өсөн айырылышыу ҡағыҙы тоттороп ҡыуып ебәрҙем. Шул саҡта ла ҡарындашы хаин Йәһүҙәнең ҡурҡмағанын, фәхешлеккә бирелгәнен күрҙем.


Был ваҡытта Бабил батшаһының ғәскәре Йәрүсәлимгә һәм Йәһүҙәнең бирелмәй ҡалған ҡалалары Лахиш менән Ғазыҡаға ҡаршы һуғыша ине. Йәһүҙәнең нығытмалы ҡалаларынан бары улар ғына тороп ҡалғайны.


Һыбайлы һәм уҡсылар аҡырышыуынан Ҡалаларҙың барлыҡ халҡы ҡаса, Улар урман шырлыҡтарына йүгерә, Ҡаяларға үрмәләй. Бөтә ҡалалар ташландыҡ ҡалды – Уларҙа һис кем йәшәмәй».


Һеңлеһе Оһолива быны күреп торҙо, әммә аҙғынлыҡта һәм боҙоҡлоҡта апаһынан да арттырып ебәрҙе.


Былар барыһы ла Яҡуптың енәйәте, Исраил халҡының гонаһы арҡаһында. Яҡуп нәҫеленең фетнәһе өсөн кем яуаплы? Самария түгелме ни? Йәһүҙәләге табыныу ҡалҡыулыҡтары өсөн кем яуап бирер? Йәрүсәлим түгелме ни?


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ