Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Малахи 4:6 - Башкирский ВЗ (неполный)

6 Мин, килгән сағымда, ерҙе харам ҡылмаҫ өсөн, ул атайҙарҙың йөрәген балаларына, балаларыныҡын атайҙарына табан борор.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Мин килгән саҡта, ерҙе харам ҡылмаҫ өсөн, ул атайҙарҙың йөрәген балаларына, балаларыныҡын атайҙарына табан борор.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Малахи 4:6
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ярлыларҙы ғәҙеллектә хөкөм итер, Ерҙәге мохтаждарҙың дәғүәһен хаҡлыҡ менән ҡарар. Донъяны һүҙе-таяғы менән язалар, Залимдарҙы ауыҙының һулышы менән үлтерер.


Шул сәбәптән ерҙе ҡарғыш ашай – Унда йәшәүселәр үҙ ғәйептәренең язаһын күрә. Юҡҡа сыға унда йәшәүселәр, Бик аҙҙары ғына ҡотолоп ҡалыр.


Оран һалған тауыш яңғырай: «Раббыға сүлдә юл әҙерләгеҙ, Аллабыҙға далала туп-тура юл һалығыҙ!


Шуға ла Мин Изге йорттоң башлыҡтарын хәрәм ҡылдым, Яҡупты – һәләкәткә, Исраилды хурлыҡҡа дусар иттем.


Раббының шәфҡәт күрһәтә торған йылын, Аллабыҙҙың үс аласаҡ көнөн белдерергә, Хәсрәтлеләрҙе йыуатырға,


Исемегеҙ һайлап алған халҡымдың ауыҙында Бары ҡарғыш өсөн тороп ҡалыр. Раббы Хаким һеҙҙе үлемгә дусар итер, Ә Үҙенең ҡолдарына башҡа исем бирер.


Тотош Исраил Һинең ҡануныңды тотманы – тыңларға теләмәйенсә, Һинән йөҙ сөйөрҙө. Шуға күрә Алла ҡоло Мусаның ҡанунында яҙылған ҡаты ләғнәт беҙҙең башыбыҙға төштө, сөнки беҙ Һинең алдыңда гонаһ ҡылдыҡ.


Мин дә башҡаса был илдә йәшәгән халыҡты ҡыҙғанмайым. – Раббы шулай тип белдерә. – Һәр кемде үҙенең яҡынының һәм батшаһының ҡулына тапшырам. Улар илде бушлыҡҡа әйләндерер. Ә Мин бер кемде лә уларҙың ҡулынан ҡотҡармаясаҡмын.


Бөтә илдә, – тип белдерә Раббы, – Халыҡтың өстән ике өлөшө үлеп бөтөр, Өстән бере иҫән ҡалыр.


Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғышҡан бөтә халыҡтарҙы Раббы бына нисек язалар: үҙ аяҡтарында йөрөгән саҡтарында уҡ тәндәре серер, күҙ соҡорҙарында күҙҙәре, ауыҙҙарында телдәре серер.


– Мин Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғышыр өсөн бөтә халыҡтарҙы туплаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Ҡала ҡулға төшөр, йорттар таланыр, ҡатын-ҡыҙҙар мәсхәрәләнер. Ҡалала йәшәгәндәрҙең яртыһы һөргөнгә оҙатылыр, әммә ҡалғандарының тамыры ҡаланан ҡырҡылмаҫ.


– Бөтә ер йөҙөнә яуасаҡ ләғнәт был, – тине фәрештә. – Уның бер яғында яҙылғанса, урлашҡан һәр кеше язаһыҙ ҡалмаясаҡ. Икенсе яғында яҙылғанса, ялған ант иткәндәр ҡыуыласаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ