Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Малахи 4:2 - Башкирский ВЗ (неполный)

2 Һеҙҙең өсөн иһә, Минең исемемдән ҡурҡҡандар, ғәҙеллек ҡояшы ҡалҡыр. Уның нурҙарынан шифа алырһығыҙ. Шул сағында һеҙ аҙбарҙан сыҡҡан башмаҡтар шикелле һикерә-һикерә уйнаҡларһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Һеҙҙең өсөн иһә, Минең исемемдән ҡурҡҡандар, ғәҙеллек ҡояшы ҡалҡыр. Уның нурҙарынан шифа алырһығыҙ. Шул сағында һеҙ аҙбарҙан сыҡҡан башмаҡтар шикелле һикерә-һикерә уйнаҡларһығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Малахи 4:2
57 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йортоңдо юғарылағы һыуҙар өҫтөнә ҡорғанһың, Болоттарҙы Үҙенә арба итәһең, Елдең ҡанаттарында гиҙҙәһең.


Биләмәләреңә именлек килтерә, Һине иң яҡшы бойҙайы менән туҡландыра.


Уны юғарынан ҡолатырға уйлайһығыҙ, Ялғандан тәм табаһығыҙ, Телегеҙҙә фатиха булһа ла, Эсегеҙҙән ҡарғыш яуҙыраһығыҙ. Села


Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе. Йыр.


Мөхәббәт менән тоғролоҡ осрашасаҡ, Хаҡлыҡ менән именлек үбешәсәк.


Үҙең бар ҡылған халыҡтарҙың һәммәһе Эй Хаким, хозурыңа килеп баш эйер, Исемеңә дан-шөһрәт килтерер.


Иманлылар юлы – таңғы шәфәҡ һымаҡ, төшкә тиклем нурланғандан нурлана бара.


Ай ҡояш һымаҡ нур сәсер, Ә ҡояш ете көн яҡтыһылай Ете тапҡырға яҡтыраҡ яныр. Раббы Үҙ халҡының яраларын бәйләгән, Үҙе һалған йәрәхәттәрҙе уңалтҡан көндө шулай булыр.


Аҡһаҡтар болан һымаҡ һикереп торор, Телһеҙ шатлыҡтан йырлап ебәрер, Сөнки сүлдә шишмәләр атылыр, Далала йылғалар аға башлар.


Инде Ул былай ти: «Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу, Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн Ҡолом булыуың ғына етмәгән, Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен».


Арағыҙҙа Раббынан ҡурҡҡан, Уның ҡолоноң әйткәнен тыңлаған кем бар? Ҡараңғылыҡта йөрөгән, яҡтылыҡ күрмәгән кеше Раббының исеменә өмөт бағлаһын, Аллаһына арҡаланһын!


Ул иһә беҙҙең енәйәттәребеҙ арҡаһында тәненә йәрәхәт алған; Беҙҙең ғәйептәребеҙ өсөн ул иҙелгән. Уның язаланыуы беҙгә именлек килтергән, Уның яралары беҙгә сихәт биргән.


Ҡараңғылыҡта йөрөгән халыҡ Бөйөк бер яҡтылыҡ күрҙе. Дөм ҡараңғы илдә йәшәүселәр өҫтөндә нур балҡыны.


Йә Раббым, мине шифала – һауығайым; Ҡотҡар мине – ҡотолайым – Сөнки Һин маҡтанышым.


Һине ташландыҡҡа һананылар, „Сионды ҡайғыртыусы юҡ!“ – тигәйнеләр. Ә мин һине тағы дауалармын, Яраларыңды имләрмен», – – тип белдерә Раббы.


Шуға ҡарамаҫтан, Мин был ҡаланы имләрмен һәм шифалармын, халҡын һауыҡтырып, тыныс һәм имен тормош бирермен.


Йылғаның ике ярында ла һәртөрлө емеш ағастары үҫер. Изге торлаҡтан ағып сыҡҡан һыу һуғарғанға күрә, уларҙың япраҡтары бер ваҡытта ла һулымаҫ, емештәре бөтмәҫ, ай һайын яңылары өлгөрөр. Емештәре ашарға, ә япраҡтары дауаға ҡулланылыр.


Был халыҡ шулай тиер: «Әйҙәгеҙ, Раббыға кире ҡайтайыҡ, Ул беҙҙе йыртҡысланы – Үҙе дауалар. Ул беҙҙе йәрәхәтләне – Үҙе ярабыҙҙы бәйләр.


Әйҙәгеҙ, белем-тәжрибә туплап, Раббыны танып белергә ынтылайыҡ. Уның килеүе көн һайын таң атҡан һымаҡ уҡ ышаныслы. Ул ерҙе һуғарған шифалы ямғыр, Ҡойма ямғыр шикелле беҙгә килер».


Әммә Раббынан ҡурҡҡандар бер-береһе менән һөйләште. Раббы был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалып тыңланы. Уның алдында – хәтер китабы, шуға Раббынан ҡурҡҡандар, Раббы исемен ҙурлағандар яҙып ҡуйылды.


Ҡылған игелегең өсөн Раббы һиңә рәхмәтен бирһен! Исраил Аллаһы Раббының ҡанаты аҫтына һыйынырға тип килгән һине Раббы Үҙе бүләкләһен, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ