Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Малахи 3:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Ләкин атайҙарығыҙ заманынан алып Ҡағиҙәләремдән тайпылдығыҙ, Уларҙы ғәмәлгә ашырманығыҙ. Миңә кире ҡайтығыҙ – Мин дә һеҙгә ҡайтырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Әммә һеҙ: „Нисек беҙгә кире ҡайтырға?“ – тинегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Ләкин атайҙарығыҙ заманынан алып Ҡағиҙәләремдән тайпылдығыҙ, Уларҙы ғәмәлгә ашырманығыҙ. Миңә кире ҡайтығыҙ – Мин дә һеҙгә ҡайтырмын, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Әммә һеҙ: „Нисек беҙгә кире ҡайтырға?“ – тинегеҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Малахи 3:7
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яман юлдан йөрөгән, Үҙҙәре теләгәнсә ҡыланған Фетнәсел халыҡты көнө буйы Ҡулдарымды һуҙып торҙом.


Һин уларға былай тип яуап бир: «Һеҙҙең ата-бабаларығыҙ Мине ташланы, – тип белдерә Раббы. – Башҡа илаһтар артынан эйәрҙеләр, уларға хеҙмәт иттеләр һәм сәждә ҡылдылар. Минән ваз кисеп, ҡанунымды тотманылар.


Ә һеҙ аталарығыҙҙан да яманыраҡ ғәмәлдәр ҡылаһығыҙ; Мине тыңламайынса, һәр берегеҙ үҙегеҙҙең яуыз һәм тиҫкәре йөрәктәрегеҙ буйынса йәшәй.


«Кире ҡайтығыҙ, мөртәт балалар: Хыянатығыҙҙан дауалармын». «Бына беҙ Һиңә киләбеҙ, – тиер улар. – Сөнки Һин – Раббы, беҙҙең Аллабыҙ!


Ата-бабаларығыҙ Мысырҙан сыҡҡан ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Мин һеҙгә ҡабат-ҡабат Үҙемдең ҡолдарымды – пәйғәмбәрҙәрҙе ебәреп торҙом.


Әммә һеҙ Мине тыңламанығыҙ, ҡолаҡ һалманығыҙ. Тиҫкәреләнеп ата-бабаларығыҙҙан да яманыраҡ ҡыландығыҙ.


Ул миңә: – Эй әҙәм улы, Мин һине Исраил халҡына, Миңә ҡаршы баш күтәргән фетнәсел халыҡҡа ебәрәм. Улар үҙҙәре лә, ата-бабалары ла ошо көнгә тиклем Миңә ҡаршы гонаһ ҡылып килә.


Әммә Исраил нәҫеле сүлдә Миңә ҡаршы баш күтәрҙе. Уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләремде инҡар итте, шәмбе көндәремде бөтөнләй боҙҙо. Шуға күрә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды һәм сүлдә уларҙы юҡ итәсәгемде әйттем.


Әммә балалары ла Миңә ҡаршы баш күтәрҙе: уларҙы үтәгән кешегә йәшәү биргән бойороҡтарымды тотманы, ҡанун-ҡағиҙәләрем буйынса йәшәмәне, шәмбе көндәремде тотманы. Шунда Мин сүлдә ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды, асыуымды түгәсәгемде әйттем.


Мин, бирәм тип ант иткән илгә уларҙы алып килгәндән һуң, улар һәр бейек ҡалҡыулыҡ, суҡ япраҡлы ағас күреү менән, шунда ҡорбан сала, Мине асыуландырырлыҡ саҙаҡаларын килтерә, хуш еҫ төтәтә, шарап ҡорбандары түгә башланы.


Әммә улар Миңә ҡаршы баш күтәрҙе, әйткәнемә ҡолаҡ һалманы. Бер кем дә үҙе бил бөккән ерәнгес боттарҙы алып ташламаны, Мысырҙың боттарын ырғытманы. Шунда Мысырҙа ярһыуымды уларҙың өҫтөнә яуҙырасағымды, асыуымды түгәсәгемде әйттем.


Самария ғәйебенә күрә язаһын күтәрер, Сөнки Аллаһына ҡаршы баш күтәрҙе: Уның халҡы ҡылыстан һәләк булыр, Сабыйҙары киҫәктәргә тураҡланыр, Йөклө бисәләрҙең ҡорһаҡтары бүҫелер.


Шуға күрә халыҡҡа әйт, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Миңә ҡайтығыҙ, Мин дә һеҙгә ҡайтырмын». Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


– Ул – атаһын, ҡол хужаһын хөрмәтләй. Әгәр Мин Атаймын икән, ҡайҙа Миңә хөрмәт? Әгәр Мин Хужамын икән, ҡайҙа Минән ҡурҡыуығыҙ? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. Һеҙ, ҡаһиндар, Минең исемемде хурлайһығыҙ, ә үҙегеҙ: «Нисек итеп Һинең исемеңде хурлайбыҙ?» – тип һорайһығыҙ.


«Миңә ҡаршы уҫал һүҙҙәр һөйләнегеҙ, – ти Раббы. – Ә үҙегеҙ: „Һиңә ҡаршы нимә әйттек һуң беҙ?“ – тип һорайһығыҙ.


Сөнки уларҙы, ата-бабаларына ант менән вәғәҙә иткәнсә, һөт менән бал аҡҡан яҡшы ергә алып килгәс, улар ашап-туйып һимерер ҙә, башҡа илаһтарға эйәреп, уларға хеҙмәт итә башлар, Мине инҡар итеп, килешеүемде боҙор.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ