Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Малахи 3:1 - Башкирский ВЗ (неполный)

1 «Бына, Минең алдан юл әҙерләһен тип, Үҙемдең хәбәрсемде ебәрәм. Һеҙ эҙләгән Хаким ҡапылғара Үҙ ҡорамына килер; Һеҙ көҫәгән Килешеү хәбәрсеһе – Бына ул килә лә инде! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 «Бына, Минең алдан юл әҙерләһен тип, Үҙемдең хәбәрсемде ебәрәм. Һеҙ эҙләгән бөйөк Хаким ҡапылғара Үҙ ҡорамына килер; Һеҙ көҫәгән Килешеү хәбәрсеһе – Бына ул килә лә инде! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Малахи 3:1
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббыны данлағыҙ! Намыҫлыларҙың кәңәшмәһендә, Йәмәғәт йыйында Һиңә Ихлас күңелдән рәхмәт уҡырмын, Раббым.


Ҡара, Мин һинең алдан фәрештә ебәрәм, ул һине юлда һаҡлап йөрөтөр һәм һиңә тип әҙерләгән ергә алып барыр.


Уның әйткәндәрен иғтибар менән тыңла, ҡарышлашма. Мин уны Үҙ исемемдән ебәрҙем, шуға күрә, башбаштаҡлығыңды ғәфү итмәҫ.


Бына, Хакимыбыҙ Раббы көс-ҡеүәте менән килә, Ул Үҙенең ҡөҙрәте менән хакимлыҡ итер. Бүләге Үҙе менән, Алдынан әжере килә,


Улар ғазап сиккән саҡта Ул да ғазапланды. Уның фәрештәһе уларҙы ҡотҡара килде. Һөйөүе һәм мәрхәмәте менән Ул Үҙе йолоп алды. Боронғо замандарҙа гел ҡулына күтәреп йөрөттө.


Шуға күрә Хаким Үҙе һеҙгә бер билдә бирә: бына, йәш ҡатын ауырға ҡалып ир бала табыр һәм уға Ғиммануил тигән исем ҡушыр.


Сөнки беҙҙең өсөн сабый тыуҙы – Беҙгә бер улан бирелде. Хакимлыҡ уның яурынында булыр, Уның исеме Ғәжәйеп Кәңәшсе, Ҡөҙрәтле Алла, Мәңгелек Ата, Именлек Хакимы тип аталыр.


Раббы илсеһе Хаггай халыҡҡа Раббы һүҙен еткереп былай тине: – Мин һеҙҙең менән, – ти Раббы.


Шул саҡта һеҙ аңларһығыҙ: Леви менән төҙөгән килешеү дауам итһен өсөн һеҙгә шундай әмер бирҙем, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Ҡаһиндың ауыҙы Алла тураһында ғилем һаҡлай, Кеше уның теленән ҡанун эҙләй, Сөнки ҡаһин – Күк ғәскәрҙәре Раббыһының хәбәрсеһе.


Бына Мин, Раббының бөйөк һәм дәһшәтле көнө килер алдынан һеҙгә Ильяс пәйғәмбәрҙе ебәрермен.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ