Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Малахи 2:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Ҡаһиндың ауыҙы Алла тураһында ғилем һаҡлай, Кеше уның теленән ҡанун эҙләй, Сөнки ҡаһин – Күк ғәскәрҙәре Раббыһының хәбәрсеһе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Ҡаһиндың ауыҙы Алла тураһында ғилем һаҡлай, Кеше уның теленән ҡанун эҙләй, Сөнки ҡаһин – Күк ғәскәрҙәре Раббыһының хәбәрсеһе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Малахи 2:7
37 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ауыҙыңдан сыҡҡан һүҙҙәр гонаһҡа килтермәһен, Алла илсеһе алдында «Был – яңылышлыҡ булды!» – тип әйтмә. Юҡһа Алла, әйткәнеңә асыуланып, ҡулыңдың эшен юҡҡа сығарыр.


Ҡолом ҡәҙәр бүтән һуҡыр бармы? Ебәргән илсем һымаҡ һаңғырау бармы? Мин һайлағандар шикелле һуҡыр бармы? Бармы һуҡыр Раббының ҡололай?


Үҙ ҡоломдоң һүҙҙәрен раҫлайым, Илселәрем әйткәнде бойомға ашырам, Йәрүсәлимгә: „Тиҙҙән бында халыҡ йәшәйәсәк“, Йәһүҙә ҡалаларына: „Һеҙ яңынан төҙөләсәкһегеҙ, Емеректәрегеҙ аяҡҡа баҫтырыласаҡ“, – тип әйтәм;


Быға ҡаршы Раббы былай тип яуап бирҙе: «Әгәр ҙә һин Миңә кире ҡайтһаң, Һине йәнә ҡабул итеп, хеҙмәтемә алырмын. Сүп-сарҙан аҫылды айыра белһәң, Минең телем кеүек булырһың. Шул ваҡыт һин халыҡ алдына бармаҫһың, Ә улар һинең алдыңа килер.


Шунан ҡайһы бер кешеләр: – Әйҙәгеҙ, Йермеяһҡа ҡаршы мәкер ҡорайыҡ! – тинеләр. – Беҙҙә ҡанун өйрәтәсәк ҡаһиндар, өгөт-нәсихәт бирәсәк аҡыл эйәләре, һүҙ әйтәсәк пәйғәмбәрҙәр бер ваҡытта ла бөтәһе түгел. Әйҙәгеҙ, уны телебеҙ менән еңәйек, уның бер һүҙенә лә ҡолаҡ һалмайыҡ.


Ҡаһиндар: „Раббы ҡайҙа?“ – тип һораманы. Ҡанун белгестәрегеҙ Мине белмәне; Хакимдарығыҙ Миңә ҡаршы баш күтәрҙе; Пәйғәмбәрҙәр, Бәғел исеменән пәйғәмбәрлек итеп, Бер нәмәгә ярамаҫ боттарға күңел бирҙе.


Ҡаһиндары Минең ҡанунымды боҙҙо, изге әйберҙәремде нәжесләне, харам менән хәләлде айырманы, пак менән нәжес араһындағы айырманы өйрәтмәне, Минең шәмбе көндәремде һанға һуҡманы һәм Мин улар араһында бысрандым.


Бәлә өҫтөнә бәлә, яман хәбәр артынан яман хәбәр килер. Пәйғәмбәрҙәрҙән Раббының күренмештәрен һорап ялбарырҙар; ҡаһин ҡанунды өйрәтмәҫ, аҡһаҡалдар кәңәш бирмәҫ.


Аҡыл эйәләре халыҡҡа аң-белем бирер һәм бер аҙ ваҡыт ҡыҫырыҡлауға – ҡылыс һәм утҡа, әсирлек һәм талауға – дусар булыр.


Халҡым белекһеҙлектән һәләк булды. Һин белемде кире ҡаҡҡан өсөн Мин һине кире ҡағам – Башҡа Миңә ҡаһинлыҡ итмәйәсәкһең. Һин Аллаңдың ҡанунын оноттоң – Мин һинең балаларыңды онотормон.


Раббының Муса аша Исраил халҡына белдергән бөтә ҡағиҙәләрен уларға өйрәтегеҙ.


Пәйғәмбәрҙәре – тәкәббер, алдаҡсы әҙәм, Ҡаһиндары изге урынды нәжесләй, Ҡанунды аяҡ аҫтына һалып тапай.


Раббы илсеһе Хаггай халыҡҡа Раббы һүҙен еткереп былай тине: – Мин һеҙҙең менән, – ти Раббы.


«Бына, Минең алдан юл әҙерләһен тип, Үҙемдең хәбәрсемде ебәрәм. Һеҙ эҙләгән Хаким ҡапылғара Үҙ ҡорамына килер; Һеҙ көҫәгән Килешеү хәбәрсеһе – Бына ул килә лә инде! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Ул бөтә эште Әлғазар ҡаһин менән кәңәшләшеп эшләһен. Ә Әлғазар урим ярҙамында Йушағ өсөн Минең ихтыярымды белешәсәк. Йушағ үҙе лә, уның менән бергә Исраил йәмғиәте лә Минең һүҙем буйынса юлға сығыр һәм кире әйләнеп ҡайтыр.


Унда Леви ырыуынан булған ҡаһиндар ҙа килһен, сөнки Аллағыҙ Раббы Үҙенә хеҙмәт итергә, Уның исеменән халыҡҡа фатиха бирергә уларҙы һайланы – теләһә ниндәй бәхәсле эш, килтерелгән зыян улар һүҙе менән хәл ителергә тейеш.


Йоғошло тире ауырыуына юлыҡһаң, Леви ырыуынан булған ҡаһиндарҙың өйрәткәнен еренә еткереп үтә. Мин уларға нисек бойорһам, нәҡ шулай эшлә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ