1 – Инде, эй ҡаһиндар, был әмер һеҙгә.
уларға былай тип яуап ҡайтар: «Раббы әйтә: был ерҙә йәшәгән һәр кемгә – Дауыт тәхетендә ултырған батшаларға, ҡаһиндарға, пәйғәмбәрҙәргә, Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең барыһына ла, иҫерткәнсе шарап тултырам.
Былар Йәрүсәлим пәйғәмбәрҙәренең гонаһтары, Ҡаһиндарҙың енәйәттәре өсөн яза булды, Улар ҡала диуарҙары эсендә тәҡүәләрҙең ҡанын түкте.
Эй ҡаһиндар, тыңлағыҙ быны! Исраил йәмғиәте, ҡолаҡ һал. Эй батша йортондағылар, ишетегеҙ – Һеҙ бит хөкөм йөрөтөргә тейеш. Ә һеҙ Миспала – тоҙаҡ, Тавор тауында ҡоролған ау булдығыҙ,
Көтөүендә кәмселекһеҙ иркәк мал була тороп та нәҙер ҡорбаны итеп Хакимға зәғиф мал килтергән алдаҡсыға ләғнәт. Мин – бөйөк батша, исемем халыҡтарҙың ҡотон ала! – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.
– Ул – атаһын, ҡол хужаһын хөрмәтләй. Әгәр Мин Атаймын икән, ҡайҙа Миңә хөрмәт? Әгәр Мин Хужамын икән, ҡайҙа Минән ҡурҡыуығыҙ? – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. Һеҙ, ҡаһиндар, Минең исемемде хурлайһығыҙ, ә үҙегеҙ: «Нисек итеп Һинең исемеңде хурлайбыҙ?» – тип һорайһығыҙ.
Әгәр ҙә һеҙ Минең һүҙемде тыңламаһағыҙ һәм ихлас йөрәктән исемемде данламаһағыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, – Мин өҫтөгөҙгә ҡәһәр юллайым, фатихамды ләғнәткә әйләндерәм. Эйе, Мин ҡәһәрләнем дә инде, сөнки исемемде данлағанда ихлас түгелһегеҙ.