5 Үҙ күҙегеҙ менән күрерһегеҙ быны, «Раббы Исраилдан ситтә лә бөйөк!» – тиерһегеҙ.
Ерҙе ҡаплаған болот кеүек халҡым Исраилдың өҫтөнә ябырыласаҡһың. Эй Гог, киләсәк көндәрҙә һине Үҙ илемә килтерәсәкмен. Ҡәүемдәрҙең күҙ алдында һинең аша Үҙемдең мөҡәддәслегемде күрһәтеп, Үҙемде танытамын Мин».
Үҙемдең бөйөклөгөмдө һәм мөҡәддәслегемде күрһәтәсәкмен, бик күп ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Үҙемде танытасаҡмын. Шунда Минең Раббы икәнемде белерҙәр».
Шул ваҡытта Исраил халҡы ҡалаларҙан сығып усаҡ яғасаҡ, ҡоралдарҙы, ҙур һәм бәләкәй ҡалҡандарҙы, йәйәләрҙе һәм уҡтарҙы, суҡмарҙарҙы һәм һөңгөләрҙе яндырасаҡ. Ете йыл буйы яндырасаҡтар уларҙы.
Шул саҡ Раббының ҡөҙрәте менән, Аллаһы Раббының данлы исеменә сорналып көтөүсе килер, Исраил халҡы хәүеф-хәтәрһеҙ йәшәр, Сөнки Ул заттың даны бөтә донъяға таралыр.
Раббының ҡылған был бөйөк эштәрен һеҙ үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ.
Раббының Бәғел-Пеғор тауында нимәләр эшләгәнен үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ. Аллағыҙ Раббы Пеғорҙағы Бәғелгә табынған һәр кемде арағыҙҙан юҡ итте.