Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 9:9 - Башкирский ВЗ (неполный)

9 Улдары ҡорбандың ҡанын алып аталарына бирҙе. Һарун, бармағын ҡанға манып, ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөрттө, ҡандың ҡалғанын усаҡ төбөнә түкте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Улдары ҡорбандың ҡанын алып, аталарына бирҙе. Һарун, бармағын ҡанға манып, ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөрттө, ҡандың ҡалғанын усаҡ төбөнә түкте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 9:9
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Усаҡтың ҡорбан яғылған өҫкө бүлеменең бейеклеге – дүрт терһәк, дүрт мөйөшөнән дүрт мөгөҙ ҡалҡып тора.


Башмаҡтың бер аҙ ҡанын алып ҡорбан усағының дүрт мөгөҙөнә, һикәлтәһенең дүрт мөйөшөнә, өҫкө һикәлтәнең дүрт мөйөшөнә, ҡорбан усағын уратып алған ҡыҫаға һөртөп сыҡ һәм шул рәүешле ҡорбан усағын таҙарт һәм пак ҡыл.


Һарун Раббы хозурындағы ҡорбан усағы янына сығып уны паклау йолаһын башҡарыр, башмаҡ менән кәзә тәкәһенең ҡанын алып усаҡтың бөтә мөгөҙҙәренә һөртөр.


Ҡаһин, гонаһ ҡорбанының ҡанына бармағын манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн. Ҡалған ҡанды усаҡтың төбөнә түкһен.


Ҡаһин, бармағын ҡорбандың ҡанына манып, тотош яндырыу ҡорбаны усағының мөгөҙҙәренә һөртһөн, ҡалған ҡанды усаҡ төбөнә түкһен.


Муса үгеҙҙе салып, ҡанын алды ла бармағы менән ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һәр яҡлап һөртөп, ҡорбан усағын пакланы. Ҡалған ҡанды ҡорбан усағының төбөнә түкте һәм нәжеслектән арындырып уны шул рәүешле изгеләндерҙе.


Гонаһ ҡорбанының майын, бөйөрҙәрен, бауыр аҫтындағы өлөшөн ҡорбан усағында яндырҙы. Раббының Мусаға биргән бойороғо буйынса булды.


Бынан һуң Һарун тотош яндырыу ҡорбанын салды. Улдары уға ҡорбандың ҡанын алып бирҙе. Һарун ҡанды һәр яҡлап ҡорбан усағына һирпте.


Халыҡ өсөн татыулыҡ ҡорбаны булған үгеҙ менән һарыҡ тәкәһен салды. Улдары ҡорбандарҙың ҡанын бирҙе һәм Һарун уны һәр яҡлап ҡорбан усағына һирпте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ