Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 9:3 - Башкирский ВЗ (неполный)

3-4 Шунан Исраил халҡына иғлан ит: «Раббы алдында ҡорбан килтереү өсөн гонаһ ҡорбаны итеп кәзә тәкәһе, тотош яндырыу ҡорбанына кәмселеге булмаған бер йәшлек башмаҡ менән бер йәшлек һарыҡ бәрәсе, татыулыҡ ҡорбаны булараҡ бер үгеҙ менән бер һарыҡ тәкәһе, зәйтүн майына буталған икмәк саҙаҡаһы алығыҙ, сөнки бөгөн һеҙгә Раббы күренәсәк».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

3-4 Шунан Исраил халҡына иғлан ит: «Раббы алдында ҡорбан килтереү өсөн гонаһ ҡорбаны итеп кәзә тәкәһе, тотош яндырыу ҡорбанына кәмселеге булмаған бер йәшлек башмаҡ менән бер йәшлек һарыҡ бәрәсе, татыулыҡ ҡорбаны булараҡ бер үгеҙ менән бер һарыҡ тәкәһе, зәйтүн майына буталған икмәк саҙаҡаһы алып килегеҙ. Бөгөн һеҙгә Раббы күренәсәк!»

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 9:3
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Туғандар Йософтоң күлдәген алдылар ҙа, бер кәзәне һуйып, күлдәкте уның ҡанына буянылар.


Был иркәк мал – кәмселекһеҙ, бер йәшлек һарыҡ йәки кәзә бәрәсе булырға тейеш.


Уның ғазапланыуы Раббыға кәрәк ине, Был михнәттәргә Ул дусар итте. Йәнен ғәйеп ҡорбаны итеп килтерһә, Тоҡомон күрер, ғүмерен оҙайтыр, Раббының ихтыяры уның аша бойомға ашырыласаҡ.


Муса гонаһ ҡорбаны булараҡ килтерелгән кәзә тәкәһен һораны. Ул иһә яндырылғайны инде. Муса Һарундың иҫән ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға бик ныҡ асыуланды.


Ир йәки ҡыҙ бала тапҡан ҡатын, пакланыу көндәре тамамланғас, тотош яндырыу ҡорбаны өсөн һарыҡтың бер йәшлек тәкә бәрәсен, гонаһ ҡорбаны өсөн күгәрсен балаһы йәки алатуба алып, Осрашыу сатыры ауыҙына ҡаһинға килтерһен.


Һигеҙенсе көндө ул кеше кәмселеге булмаған ике тәкә һарыҡ бәрәсе һәм бер бәрәс һарыҡ, икмәк саҙаҡаһына зәйтүн майына буталған бер эфаның ундан өлөшө тиклем зәйтүн майы килтерһен.


Унан һуң халыҡтың гонаһ ҡорбаны булараҡ кәзә тәкәһен салһын. Уның ҡанын пәрҙә эсенә алып инһен. Тәкәнең ҡанын да, башмаҡтыҡы кеүек үк, ҡапҡастың өҫтөнә һәм алғы яғына һирпһен.


Һарун Исраил халҡы йәмғиәтенән гонаһ ҡорбаны итеп ике кәзә тәкәһе, тотош яндырыуға бер һарыҡ тәкәһе алһын.


Көлтәне һелкеткән көндө тотош яндырыу ҡорбаны итеп Раббыға һарыҡтың бер йәшлек кәмселекһеҙ тәкә бәрәсен,


Ҡылған гонаһы үҙенә билдәле булғас, ул ҡорбан итеп кәмселекһеҙ кәзә тәкәһе килтерһен.


Мәсехләнгән ҡаһин гонаһ ҡылып, халыҡты ғәйепле итһә, үҙ гонаһы өсөн гонаһ ҡорбаны итеп Раббыға кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ килтерһен.


Ул Һарунға былай тине: – Үҙең өсөн гонаһ ҡорбаны итеп һыйыр малынан кәмселекһеҙ бер үгеҙ башмаҡ һәм тотош яндырыу ҡорбанына кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе ал. Уларҙы Раббы ҡаршыһына килтер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ