8 Иң өҫтән түшлек кейҙереп, түшлеккә урим менән туммим һалды.
Минең ҡаһиндарым булһындар өсөн, Һарун менән улдарын бына ни рәүешле изгеләндерергә тейешһең. Бөтә ағзалары теүәл бер башмаҡ менән ике һарыҡ тәкәһе ал.
Мөһөрҙәй баҫ мине йөрәгеңә, Ҡулыңдағы йөҙөк ише һаҡла. Сөнки һөйөү үлемдәй ҡөҙрәтле, Көнсөллөк үлеләр донъяһы һымаҡ аяуһыҙ. Уның уғы – дөрләп янған ялҡын!
Ул дөрөҫлөктө һарайта итеп кейҙе, Ҡотолоу торҡаһын башына һалды, Үслек ябынсаһына уранды, Ярһыуына япма һымаҡ төрөндө.
Ул бөтә эште Әлғазар ҡаһин менән кәңәшләшеп эшләһен. Ә Әлғазар урим ярҙамында Йушағ өсөн Минең ихтыярымды белешәсәк. Йушағ үҙе лә, уның менән бергә Исраил йәмғиәте лә Минең һүҙем буйынса юлға сығыр һәм кире әйләнеп ҡайтыр.
Леви тураһында әйтте: – Раббым, туммимың менән уримың – Һинең тоғро ҡолоң өсөн. Уны Массала һынаның, Мерива һыуҙарында көрәштең.