Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 8:6 - Башкирский ВЗ (неполный)

6 Шунан Һарун менән улдарын алға сығарып, уларҙы һыу менән йыуындырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 Шунан Һарун менән улдарын алға сығарып, уларҙы һыу менән йыуындырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 8:6
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул саҡ уратып алған дошмандарыма ҡаршы Башымды юғары ҡалҡытырмын, Шатлыҡ ауаздары менән Сатырында ҡорбандар салырмын, Раббыны маҡтап көйләрмен, Мәҙхиәләр йырлармын.


Эдом кешеһе Доег Шаулға барып: «Дауыт Ахимәләхтең өйөндә», – тип хәбәр биргәндән һуң сығарылған.


Әммә Алла һине тулыһынса ҡыра һуғыр, Сатырыңдан сығарып ырғытыр, Тамырыңдан йолҡоп ташлар тереләр донъяһынан. Села


Һарунды улдары менән Осрашыу сатыры ауыҙына килтер ҙә уларҙы һыу менән йыуындыр.


Һарун менән улдары аяҡ-ҡулдарын шул һыу менән йыуһын.


Осрашыу сатырына ингән һайын улар йыуынырға тейеш, шул сағында үлмәҫтәр. Раббыға хеҙмәт итеп ут ҡорбаны килтереү өсөн ҡорбан усағына яҡынлашыр алдынан да


Һарун менән улдарын Осрашыу сатыры алдына килтер ҙә һыу менән ҡойондор.


Йыуынығыҙ, пакланығыҙ. Яман ғәмәлдәрегеҙҙе күҙ алымдан юҡ итегеҙ, Яуызлыҡ ҡылыуҙан ваз кисегеҙ.


Өҫтөгөҙгә саф һыу һирпермен, бөтә әшәкелектәрегеҙҙән таҙарынырһығыҙ. Бөтә боттарығыҙҙан арындырырмын һеҙҙе.


Изге етен күлдәк, етен ыштан кейһен, биленә етен билғау быуһын, етен сәллә ураһын: был – изге кейемдәр. Уларҙы кейгәнгә тиклем йыуынһын.


Муса уларға: – Раббы бына нимәләр эшләргә бойорҙо, – тине.


Ул көндө Дауыт нәҫелен һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе гонаһтан һәм бысраҡлыҡтан паклау өсөн бер шишмә урғылып сығыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ