Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 7:18 - Башкирский ВЗ (неполный)

18 Татыулыҡ ҡорбанының ите өсөнсө көндө лә ашала икән, был ҡорбан ҡабул ителмәйәсәк һәм ҡорбан килтереүсегә уның сауабы булмаясаҡ. Был ит харам һанала һәм уны ашаған кеше ғәйебенең язаһын күтәрер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Татыулыҡ ҡорбанының ите өсөнсө көндө лә ашала икән, был ҡорбан ҡабул ителмәйәсәк һәм ҡорбан килтереүсегә уның сауабы булмаясаҡ. Был ит хәрәм һанала һәм уны ашаған кеше ғәйебенең язаһын күтәрер.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 7:18
31 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек, иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс.


Улар ҡәберлектәрҙә ултырып, Йәшерен урындарҙа төнәйҙәр, Сусҡа ите ашайҙар; Ҡаҙандарында харам ит ҡайнаталар.


Әммә кешеләр был юлды үҙҙәре һайлап ала, Улар ерәнгес эштәренән ләззәт таба. Шуға күрә үгеҙ ҡорбан итеүсе – кеше үлтереүсегә, Һарыҡ салыусы – эттең муйынын бороп һындырыусыға, Икмәк саҙаҡаһы килтереүсе – ҡорбан итеп сусҡа ҡанын һоноусыға, Иҫтәлекле хуш еҫ ҡорбаны төтәтеүсе ботҡа сәждә ҡылыусы бәндәгә тиң.


Раббы был халыҡ тураһында былай ти: – Улар тегендә-бында ҡыҙырырға шул тиклем әүәҫтәр, аяҡтарын тыя белмәйҙәр. Шул арҡала Мин Раббы уларҙы хуш күрмәйем. Инде ғәйептәрен иҫкә төшөрәм, гонаһтары өсөн язалаясаҡмын.


Ураҙа тотһалар ҙа, Мин уларҙың зарҙарын тыңламаясаҡмын. Тотош яндырыу ҡорбаны килтерһәләр ҙә, икмәк саҙаҡаһы һонһалар ҙа ҡабул итмәйем. Мин уларҙы ҡылыс менән, аслыҡ менән, үләт менән ҡырып ташлайым.


Гонаһ ҡылған кеше үләсәк. Улы атаһының ғәйебен үҙ өҫтөнә, ата улының ғәйебен өҫтөнә алмаҫ. Тәҡүә кеше тәҡүәлегенең, яуыз кеше яуызлығының әжерен алыр.


Бүләк итеп Миңә ҡорбан килтерәләр, Ҡорбан итен ашайҙар. Раббы уларҙы хуш күрмәй. Инде уларҙың яман ҡылыҡтарын иҫкә төшөрөр, Гонаһтарына күрә язалар, Һәм улар Мысырға әйләнеп ҡайтыр.


– Ни өсөн һеҙ гонаһ ҡорбанын изге бер урында ашаманығыҙ? Ул бит изгеләрҙән-изге, һеҙгә йәмғиәттең ғәйебен йыуып ташлау һәм уларҙы Раббы ҡаршыһында гонаһтарынан паклау өсөн бирелгән.


– Бөгөн улар Раббы хозурына үҙҙәренең гонаһ ҡорбаны менән тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе, – тип яуапланы Һарун Мусаға. – Минең башыма иһә ошондай хәлдәр килде. Әгәр бөгөн гонаһ ҡорбанын ашаһам, Раббы уны хуш күрер инеме?


Ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән һәр ваҡ хайуан һеҙҙең өсөн ерәнгес; уны ашарға ярамай.


Әгәр ҙә кейемен йыумаһа һәм йыуынмаһа, ғәйебе өсөн яза аласаҡ.


Раббыға татыулыҡ ҡорбаны килтерәһегеҙ икән, ҡабул ителерҙәйҙе килтерегеҙ.


Әгәр ҙә берәйһе үҙенең ҡыҙ туғанына, атаһының йәки әсәһенең ҡыҙына, өйләнһә һәм уның оятын күрһә, ҡыҙ ҙа уның оятын күрһә, был – хурлыҡ. Улар халҡының күҙ алдында юҡ ителер. Ул ҡыҙ туғанын хурлыҡҡа ҡалдырған һәм язаһын алырға тейеш.


Әсәйеңдең ҡыҙ туғанының һәм атайыңдың ҡыҙ туғанын хурлыҡҡа ҡалдырма, сөнки бындай кеше үҙен хурлай. Ундай ир ҙә, ҡатын да язаһын алһын.


Рөхсәте булмаған кеше ул ризыҡты ашмаһын, юғиһә, ғәйепле булып язаға тарттырылыр. Сөнки ул ризыҡтарҙы изге иткән Раббы Мин.


Ағзалары иләмһеҙ оҙон йәки үтә ҡыҫҡа булған башмаҡты йәки һарыҡты нәфел ҡорбанына тәҡдим итергә мөмкин, нәҙерҙе үтәү өсөн булһа, ҡабул ителмәҫ.


Бындайҙарҙы сит халыҡтарҙан алып ризыҡ саҙаҡаһы булараҡ Аллағыҙға тәҡдим итмәгеҙ, сөнки был хайуан зәғиф, уның кәмселеге бар, ул һеҙҙән ҡабул ителмәҫ.


Кем дә булһа гонаһ ҡылһа, Раббының бойороҡтарының береһенә ҡаршы килгән берәй нәмә эшләһә, үҙе был хаҡта белмәһә лә, ғәйепле булыр һәм ғәйебенең язаһын күтәрер.


Нәжес һаналған берәй нәмәгә тейгән итте ашарға ярамай, ул яндырылырға тейеш. Ә таҙа итте пак булған һәр кешегә ашарға мөмкин.


Тотош яндырыу ҡорбандары, Икмәк саҙаҡаларығыҙҙы килтерһәгеҙ ҙә, Мин уларҙы хуш күрмәм. Татыулыҡ ҡорбанына килтергән Һимертелгән малдарығыҙға боролоп та ҡарамам.


Исмаһам, арағыҙҙан берәү Алла йорто ҡапҡаһын бикләп ҡуйһа икән, ҡорбанлыҡ усағымда бушҡа утын яндырмаҫтар ине! Мин һеҙҙән риза түгелмен, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәйем.


«Күпме мәшәҡәт», – тип, уны һанға һуҡмайһығыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Шунан урланған, аҡһаҡ, ауырыу малды килтерәһегеҙ. Ни өсөн Мин шундай ҡорбанды ҡабул итеп алырға тейешмен? – ти Раббы. –


Биргәнегеҙ ырҙындан яңы уңыш ашлығы һәм йөҙөм һыҡҡыстан алынған тәүге һут һымаҡ һеҙҙең иҫәпкә һаналыр,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ