Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 5:7 - Башкирский ВЗ (неполный)

7 Әгәр ҙә ул кешенең һарыҡ йәки кәзә килтерергә хәленән килмәһә, гонаһы өсөн Раббыға ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алып килһен. Уларҙың береһе гонаһ ҡорбаны, береһе тотош яндырыу ҡорбаны булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

7 Әгәр ҙә ул кешенең һарыҡ йәки кәзә килтерергә хәленән килмәһә, гонаһы өсөн Раббыға ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алып килһен. Уларҙың береһе гонаһ ҡорбаны, икенсеһе тотош яндырыу ҡорбаны булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 5:7
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ир йәки ҡыҙ бала тапҡан ҡатын, пакланыу көндәре тамамланғас, тотош яндырыу ҡорбаны өсөн һарыҡтың бер йәшлек тәкә бәрәсен, гонаһ ҡорбаны өсөн күгәрсен балаһы йәки алатуба алып, Осрашыу сатыры ауыҙына ҡаһинға килтерһен.


Әгәр ҙә ҡатындың һарыҡ бәрәсе ҡорбан итергә хәленән килмәһә, ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алһын: береһе тотош яндырыу ҡорбанына, икенсеһе гонаһ ҡорбанына булыр. Былар менән ҡаһин ҡатынды паклар һәм ул таҙа булыр.


Шунан ул кеше хәленә күрә алып килгән алатубаларҙың йәки күгәрсендәрҙең береһен гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп икмәк саҙаҡаһы менән бергә тәҡдим итһен. Шул рәүешле ҡаһин был кешене Раббы ҡаршыһында паклау йолаһын башҡарыр.


Ҡаһин береһен гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп салһын. Шул рәүешле ҡаһин Раббы хозурында был ҡатынды ҡан ағыу нәжеслегенән пакландырыр».


Һарун Исраил халҡы йәмғиәтенән гонаһ ҡорбаны итеп ике кәзә тәкәһе, тотош яндырыуға бер һарыҡ тәкәһе алһын.


Әгәр ҙә нәҙер әйткән кеше ярлы булып, билдәләнгән хаҡты түләргә хәленән килмәһә, уны ҡаһин алдына баҫтырһындар. Ҡаһин уға мөмкинлегенә күрә хаҡ тәғәйенләр.


Әгәр ҙә ике алатуба йәки ике күгәрсен балаһы алырға хәленән килмәһә, эшләгән гонаһы өсөн иң яҡшы ондан бер эфаның ундан бер өлөшөн гонаһ ҡорбаны итеп килтерһен. Әммә уның өҫтөнә зәйтүн майы ҡоймаһын, хуш еҫле сайыр ҙа һалмаһын, сөнки был – гонаһ ҡорбаны.


Бына ғәйеп ҡорбаны килтереүҙең ҡағиҙәләре. Ул – изгеләрҙән-изге ҡорбан.


Шунан Исраил халҡына иғлан ит: «Раббы алдында ҡорбан килтереү өсөн гонаһ ҡорбаны итеп кәзә тәкәһе, тотош яндырыу ҡорбанына кәмселеге булмаған бер йәшлек башмаҡ менән бер йәшлек һарыҡ бәрәсе, татыулыҡ ҡорбаны булараҡ бер үгеҙ менән бер һарыҡ тәкәһе, зәйтүн майына буталған икмәк саҙаҡаһы алығыҙ, сөнки бөгөн һеҙгә Раббы күренәсәк».


әгәр берәй ир йәки ҡатын башҡа берәй кешегә ҡарата гонаһ ҡылып, ошоноң менән, Раббы ҡаршыһында енәйәт эшләһә, ғәйепле була.


Һигеҙенсе көндө Осрашыу сатыры ауыҙына ике алатуба йә ике бала күгәрсен килтерһен.


Ҡоштарҙың береһен ҡаһин гонаһ ҡорбаны, икенсеһен тотош яндырыу ҡорбаны итер, теге кешене мәйеткә ҡағылыу арҡаһында ҡылған гонаһынан пакландырыр, һәм шул көндө ул үҙенең башын ҡабат изгеләндерер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ