11 Ә башмаҡтың тиреһен, башы-тояғы менән бергә бөтә итен, эсәк-ҡарынын, нәжесен –
Уның күҙ алдында тананы яндырһындар: тиреһен дә, итен дә, ҡанын да, нәжесен дә яндырып бөтһөндәр.
Үгеҙҙең ите менән тиреһен, уның нәжесен тупламдан ситкә сығарып яндыр. Был – гонаһ ҡорбаны.
Ярҙарында оя ҡора ҡоштар, Ботаҡтарға ҡунып һайрашалар.
Иң Мөҡәддәс урынды паклау йолаһын башҡарыу өсөн ҡандары эскә индерелгән гонаһ ҡорбаны башмағы менән тәкәһе тупламдан ситкә сығарылһын. Улар тиреләре, ите, эсәк-ҡарындары менән бергә тотош яндырылһын.
Әммә изге урынды паклау йолаһын башҡарыу өсөн ҡаны Осрашыу сатырына индерелгән гонаһ ҡорбанының итен ашарға ярамай. Ул утта яндырылырға тейеш.
Ҡаһин үҙенең гонаһы өсөн килтерелгән башмаҡты тупламдан ситкә алып сығып нисек яндырһа, быныһы ла шулай яндырылһын. Был – халыҡтың гонаһы өсөн ҡорбан.
Уны Әлғазар ҡаһинға бирегеҙ, ул тананы тупламдан сығарһын, тананы ҡаһин алдында салһындар.