8 Бишәүегеҙ йөҙҙө, йөҙөгөҙ ун меңде ҡыуыр. Дошмандарығыҙ ҡылысығыҙҙан ҡырылыр.
Дошмандарығыҙҙы ҡыуаларһығыҙ, улар ҡылыстан алдығыҙға йығылыр.
Раббы ул көндө Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе яҡлар. Уларҙың араһындағы иң көсһөҙ әҙәм Дауыт кеүек, Дауыт нәҫеле иһә Алла кеүек, алдарынан барған Раббының фәрештәһе шикелле булыр.
Фәҡәт Раббыға ҡаршы баш күрәтмәгеҙ. Ул ерҙәрҙең халҡынан ҡурҡмағыҙ. Беҙ уларҙы икмәк кеүек ашап бөтөрәсәкбеҙ. Яҡлаусылары уларҙы ташлап китте, ә беҙҙең менән – Раббы. Уларҙан ҡурҡмағыҙ!
Исраилдарҙың һәр ырыуынан берәр мең кешене һуғышҡа әҙерләгеҙ.
Һиңә ҡаршы килгән дошмандарыңды Раббы алдыңда ҡырып һалыр. Һеҙгә бер юлдан ҡаршы сыҡһалар, ете юлдан ҡасып китерҙәр.
Әгәр уларҙың Ҡаяһы ҡурсалауҙан туҡтамаһа, Раббы уларҙы дошмандары ҡулына тапшырмаһа, Нисек берәү мең кешене ҡыуыр, Икәү ун меңде баҫтырыр ине?