7 Дошмандарығыҙҙы ҡыуаларһығыҙ, улар ҡылыстан алдығыҙға йығылыр.
Дошман ерендә иҫән ҡалғандарығыҙҙың йөрәгенә шом һалырмын. Улар һелкенгән япраҡ тауышына ла өркөп ҡылыстан ҡурҡҡандай ҡасырҙар, бер кем баҫтырмағанда ла йығылырҙар.
Илегеҙгә тыныслыҡ ебәрермен, йоҡларға ятһағыҙ, бер нәмә лә ҡурҡытмаҫ. Ерегеҙҙән яуыз хайуандарҙы ҡыуырмын, илегеҙҙән ҡылыс үтмәҫ.
Бишәүегеҙ йөҙҙө, йөҙөгөҙ ун меңде ҡыуыр. Дошмандарығыҙ ҡылысығыҙҙан ҡырылыр.
Һиңә ҡаршы килгән дошмандарыңды Раббы алдыңда ҡырып һалыр. Һеҙгә бер юлдан ҡаршы сыҡһалар, ете юлдан ҡасып китерҙәр.
Әгәр уларҙың Ҡаяһы ҡурсалауҙан туҡтамаһа, Раббы уларҙы дошмандары ҡулына тапшырмаһа, Нисек берәү мең кешене ҡыуыр, Икәү ун меңде баҫтырыр ине?