4 Пак шәмдәлдәге майшәмдәр Раббы ҡаршыһында һәр саҡ янып торорға тейеш.
өҫтәлде һәм уның һауыт-һабаһын, саф алтындан шәмдәлде һәм уның бөтә кәрәк-ярағын, төтәтеү өсөн ҡорбан усағын,
саф алтындан эшләнгән шәмдәлде һәм уның өҫтөндә торорға тейешле майшәмдәрҙе, уның бөтә кәрәк-ярағын һәм майын,
Тастарҙы, күмер сүлмәктәрен, сеүәтәләрҙе, ҡаҙандарҙы, шәмдәлдәрҙе, хуш еҫ төтәҫләгестәрҙе, түкмә ҡорбандар өсөн һауыттарҙы, алтындан һәм көмөштән ҡойолған әйберҙәрҙе, нөгәрҙәр башлығы алды.
Зәңгәр йәймә менән шәмдәл һәм майшәмдәрҙе, ҡыҫҡыс һәм һоҫҡоларҙы, май һауыттарын ҡаплаһындар.
Килешеү һандығы, өҫтәл, шәмдәл, ҡорбан усаҡтары, ғибәҙәт хеҙмәтендә тотонола торған изге һауыт-һаба, пәрҙә, барлыҡ кәрәк-яраҡ һәм уларға ҡағылышлы барлыҡ хеҙмәт улар яуаплылығына тапшырыла.
Һарун майшәмдәрҙең Раббы хозурында, Осрашыу сатырында Килешеү һандығының пәрҙәһе тышында кистән алып иртәнсәккә тиклем һәр ваҡыт яныуын хәстәрләһен. был һеҙҙең өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә булһын.
– Һарунға әйт, ул ете майшәмде шәмдәлгә урынлаштырғанда, уларҙың яҡтыһы шәмдәл алдына төшөрлөк итеп ҡуйһын.