Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 20:2 - Башкирский ВЗ (неполный)

2 – Исраил халҡына әйт: исраилдарҙан йәки арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән кем дә булһа балаһын Мөләх илаһына бирһә, ул мотлаҡ үлемгә дусар ителергә тейеш. Был илдә йәшәүселәр уны таш бәреп үлтерһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 – Исраил халҡына әйт: исраилдарҙан йәки арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән кем дә булһа балаһын Мөләх илаһына бирһә, ул мотлаҡ үлемгә дусар ителергә тейеш. Был илдә йәшәүселәр уны таш бәреп үлтерһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 20:2
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был осраҡта ҡаланың бөтә ирҙәре уны таш бәреп үлтерһен. Арағыҙҙан яуызлыҡты шул рәүешле тамырынан йолҡоп ташла. Бөтә исраилдар ҙа был хаҡта ишетеп ҡурҡыр.


Муса был һүҙҙәрҙе Исраил халҡына иғлан иткәндән һуң, исраилдар Раббыны ҡарғаған бәндәне тупламдан ситкә алып сығып таш бәреп үлтерҙе. Шулай итеп улар Раббының Мусаға биргән бойороғон еренә еткереп үтәне.


– Ҡарғаған бәндәне тупламдан ситкә сығар. Уны ишеткән һәр кем ҡулын был әҙәмдең башына ҡуйһын һәм бар йәмғиәт уны таш бәреп үлтерһен.


Әруахтарҙың рухын саҡырыусы, сихырсылыҡ менән булашыусы йәки күрәҙәлек итеүсе, ирме ул, ҡатынмы, мотлаҡ үлтерелергә тейеш. Таш бәреп үлтерелер улар, үлемдәре өсөн үҙҙәре ғәйепле.


Балаларыңдың береһен дә Мөләх илаһына ҡорбан итмә, бының менән Аллаңдың исемен хурлама. Мин – Раббы.


Балаларын боттарына ҡорбан итеп килтергән көндө улар Изге торлағыма инделәр һәм уны нәжесләнеләр. Бына нимә эшләнеләр улар Минең йортомда!


Сөнки улар зина ҡылдылар, уларҙың ҡулында – ҡан. Улар боттары менән зина ҡылдылар. Хатта Минең өсөн тыуҙырған балаларын, ризыҡ итеп боттарына һондолар.


Һеҙ боттарға бүләктәр килтереп, балаларығыҙҙы утта яндырып, бөгөнгә тиклем бөтә боттарығыҙ менән үҙегеҙҙе нәжесләйһегеҙ. Шулай икән, нисек килеп Минән кәңәш һорарға баҙнат итәһегеҙ, эй Исраил нәҫеле? Үҙемдең барлығым менән ант итеп әйтәм, – тип белдерә Раббы Хаким, – һеҙгә һорарға рөхсәт бирмәйәсәкмен.


Уларға килтергән саҙаҡалары – тәүге булып тыуған һәр ир баланы утта ҡорбан итеү менән үҙҙәрен нәжесләргә ихтыяр бирҙем. Дәһшәткә төшһөндәр һәм Минең Раббы булғанымды белһендәр өсөн эшләнем быны».


Улар Бен-Һинном үҙәнендә Бәғелгә табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөнөләр, шунда Мөләх илаһына улдарын һәм ҡыҙҙарын ҡорбан иттеләр. Мин уларға бындай бойороҡ бирмәгәйнем, ундай әшәкелектәрҙе эшләрҙәр тип башыма ла килтермәгәйнем! Шуның менән улар Йәһүҙәне гонаһҡа батырҙылар».


Улдарын һәм ҡыҙҙарын утта яндырыу өсөн Бен-Һинном үҙәнендәге Төфәҫтә табыныу ҡалҡыулығы яһанылар. Ә Мин улай эшләргә ҡушманым, хатта уйымда ла булманы.


Улар Раббы фатихаһы менән бик ныҡ үрсей, Раббы мал-тыуарҙарын ишәйтә.


Арағыҙҙа улын йәки ҡыҙын утта яндырып ҡорбан итеүсе, сихырсы, күрәҙәсе, тылсымсы,


Аллағыҙ Раббыға улай ғибәҙәт ҡылмағыҙ. Улар илаһтарына Раббы нимәнән ерәнә һәм күрә алмай, шуларҙы эшләй: хатта үҙҙәренең улдарын һәм ҡыҙҙарын, илаһтарына ҡорбан итеп, утта яндыралар.


Үҙе үлгән йәки йыртҡыстан таланып үлгән йәнлекте ашаған һәр кем – ерле халыҡтанмы ул, килмешәкме – кейемен йыуһын, йыуынһын. Ул кискә тиклем нәжес булыр, шунан таҙа һаналыр.


Әгәр ҙә Исраил халҡынан йәки арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе һунарҙа һеҙгә ашарға мөмкин булған йәнлек йәки ҡош аулаһа, уның ҡанын ағыҙһын һәм тупраҡ менән ҡаплап ҡуйһын.


Уларға әйт: Исраил халҡынан йәки араларында йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе тотош яндырыу ҡорбаны йәки башҡа төр ҡорбан ҡылһа,


Раббы исемен хурлаусы мотлаҡ үлтерелһен. Килмешәкме, ерле халыҡтанмы, бөтә йәмғиәт тарафынан таш бәреп үлтерелһен.


Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ҡалаларҙың береһендә арағыҙҙан берәй ирме, ҡатынмы, Уның менән килешеүҙе боҙоп, Уның күҙендә яман булғанды ҡылһа:


ул ҡатынды ата йортоноң ишеге төбөнә алып килһендәр. Ҡала халҡы уны таш бәреп үлтерһен, сөнки атаһы йортонда уйнаш итеп, ул Исраилды хурлыҡҡа ҡалдырған. Үҙегеҙҙең арағыҙҙан яуызлыҡты шулай тамырынан йолҡоп ташлағыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ