Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 2:9 - Башкирский ВЗ (неполный)

9 Ҡаһин, икмәк саҙаҡаһынан, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер киҫәк алып, уны ҡорбан усағында яндырһын. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

9 Ҡаһин, икмәк саҙаҡаһынан, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер киҫәк алып, уны ҡорбан усағында яндырһын. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 2:9
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

тәкәне ҡорбан усағында яндыр. Раббы өсөн тотош яндырыу ҡорбаны, Уға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был.


Уның ғазапланыуы Раббыға кәрәк ине, Был михнәттәргә Ул дусар итте. Йәнен ғәйеп ҡорбаны итеп килтерһә, Тоҡомон күрер, ғүмерен оҙайтыр, Раббының ихтыяры уның аша бойомға ашырыласаҡ.


Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғас, ҡаһин уларҙың барыһын да усаҡта яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Ҡаһин бер аҙ төйөлгән ашлыҡ һәм зәйтүн майының бер өлөшөн, бөтә хуш еҫле сайыр менән бергә, иҫтәлек өлөшө итеп яндырһын. Был – Раббыға бағышланған ут ҡорбаны.


Һарун улдары – ҡаһиндарға – килтерһен. Ҡаһин усын тултырып он һәм зәйтүн майын, бөтә хуш еҫле сайырҙы алып, ҡорбан усағында иҫтәлек өлөшө булараҡ яндырһын. Был ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.


Ошолай әҙерләнгән икмәк саҙаҡаһын Раббыға бирер өсөн ҡаһинға алып кил. Ҡаһин уны ҡорбан усағына килтерер.


Икмәк саҙаҡаларының өҫтөнә таҙа ладан ҡуй. Икмәктәр өҫтөндәге ладан Раббы өсөн ут ҡорбаны, икмәк урынына яндырыла торған иҫтәлек өлөшө булһын.


Ҡорбан килтереүсе, кәзәнең бөтә майын, татыулыҡ ҡорбанының майы һымаҡ, айырып алһын. Ҡаһин уны Раббыға хуш еҫ өсөн усаҡта яндырһын. Шул рәүешле ҡаһин был кешене гонаһынан арындырыр һәм ул ярлыҡаныр.


Уны ҡаһинға бирһен. Ҡаһин, иҫтәлек өлөшө булараҡ, бер ус тултырып алыр ҙа, усаҡта, Раббы өсөн ут ҡорбандары өҫтөндә яндырыр. Был – гонаһ ҡорбаны.


Ҡаһин икмәк саҙаҡаһының оно менән зәйтүн майынан бер ус тултырып, ә ладанды тулыһынса алһын да ҡорбан усағында яндырһын. Был – Раббыға күркәм хуш еҫ, иҫтәлек өлөшө.


– Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Үҙемә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен.


Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, «Улар – Минең халҡым», – тиермен. Улар иһә: «Раббы – минең Аллам!» – тип әйтер.


Ҡаһин икмәк саҙаҡаһынан иҫтәлек өлөшө булараҡ бер ус тултырып алыр ҙа ҡорбан усағында яндырыр, шунан һыуҙы ҡатынға эсерер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ