Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 2:10 - Башкирский ВЗ (неполный)

10 Икмәк саҙаҡаһының ҡалғаны Һарун менән улдарына булыр. Раббыға бағышланған ут ҡорбанының өлөшө булғанға күрә ул изгеләрҙән-изге.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Икмәк саҙаҡаһының ҡалғаны Һарун менән улдарына булыр. Раббыға бағышланған ут ҡорбанының өлөшө булғанға күрә, ул изгеләрҙән-изге.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 2:10
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Икмәк саҙаҡаһын, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандары – уларҙың ризығы. Исраил ерендә Раббыға бағышланған бөтә нәмә уларҙыҡы булыр.


Ул миңә: – Был ҡаһиндарҙың ғәйеп ҡорбаны һәм гонаһ ҡорбаны иттәрен, икмәк саҙаҡаларын бешерә торған урын, – тине. – Кешеләр был изге ризыҡҡа теймәһен өсөн, ул тышҡы ихатаға сығарылырға тейеш түгел.


Муса Һарунға һәм уның иҫән ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға: – Раббыға бағышланған ут ҡорбандарынан ҡалған икмәк саҙаҡаһынан сөсө икмәк бешереп ҡорбан усағы янында ашағыҙ, сөнки ул – изгеләрҙән-изге.


Тәкәне гонаһ ҡорбанын һәм тотош яндырыу ҡорбанын боғаҙлаған ерҙә, мөҡәддәс урында салһын, сөнки ғәйеп ҡорбаны гонаһ ҡорбаны кеүек үк, ҡаһиндыҡы. Ул изгеләрҙән-изге ҡорбан.


Икмәк саҙаҡаһының ҡалғаны иһә Һарун менән улдарына булыр. Раббыға бағышланған ут ҡорбанының өлөшө булғанға күрә ул изгеләрҙән-изге.


Бындай кеше Алланың ризығы – Уға килтерелгән изгеләрҙән-изге һәм изге саҙаҡаларҙы ашай ала,


Шул рәүешле ҡаһин ҡорбан килтереүсене ул ҡылған гонаһтан паклау йолаһын башҡарыр һәм ул кеше ярлыҡаныр. Ҡалған он, икмәк саҙаҡаһындағы һымаҡ уҡ, ҡаһинға булыр.


Артып ҡалғанын Һарун менән улдары ашар. Уны изге урында, Осрашыу сатырының ихатаһында, сөсө икмәк итеп ашарҙар.


Ҡаһин килтергән һәр икмәк саҙаҡаһы тулыһынса яндырылһын, уны ашарға ярамай.


– Һарунға һәм уның улдарына бойороҡ биреп әйт, бына тотош яндырыу ҡорбанын килтереү ҡағиҙәләре. Тотош яндырыу ҡорбаны яндырылған урынында, ҡорбан усағында, төнө буйына, иртәнгә тиклем ҡалһын. Усаҡта ут һәр саҡ янып торһон.


Гонаһ ҡорбанына ла, ғәйеп ҡорбанына ла ҡағиҙә бер төрлө: ҡорбандың ите ошо ҡорбан аша паклау йолаһын башҡарған ҡаһинға булыр.


Изгеләрҙән-изге ҡорбандарҙан – яндырылмай торғанынан Миңә тип килтерелгән бөтә икмәк саҙаҡаһы, гонаһ һәм ғәйеп ҡорбандары һинеке. Изгеләрҙән-изге был ҡорбандар – һиңә һәм дә уландарыңа.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ